Кисә төнгө сәғәт ун берҙә Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә йәшәүселәр беҙҙең яҡтарҙа һирәк күҙәтелгән тәбиғи яҡтылыҡҡа шаһит булды

Кисә төнгө сәғәт  ун берҙә Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә йәшәүселәр беҙҙең яҡтарҙа һирәк  күҙәтелгән тәбиғи яҡтылыҡҡа шаһит булды 18.03.2015

Һаҙағайҙың тәүге сатҡылары сәғәт ун берҙә башланып төнө буйы дауам иткән. Быға бәйле, Интернет селтәре шунда уҡ  ғәжәйеп күк күренешенең фотолары менән тулды. Учалынан  Екатерина Пичугина  төрлө төҫтәрҙә балҡыған сағыу күренеште фотоға төшөрөп, аңлатмалар  биргән. Был ысын мөғжизә.

Йондоҙло төпһөҙ күк һәм сағыу балҡыштан да матурыраҡ нәмә күргәнем юҡ ине ти,  фотограф. Поляр балҡыш йәки һаҙағай Ҡояш тарафынан ташланған өлөшсәләр йоғонтоһонда атмосфераның юғары ҡатламының яҡтырыуы. Был феномен ғәҙәттә, планетаның ярымшарҙарына яҡын ерҙәрендә күҙәтелә. Ләкин ҡояштан ташланған өлөшсәләр күбәйгәндә, башҡа киңлектәрҙә лә күренеүе ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку