Киләһе ике йылда республика юлдарында йөк үлсәү станциялары һаны етмештән артып китәсәк

Киләһе ике йылда республика юлдарында  йөк үлсәү станциялары һаны етмештән артып китәсәк 12.08.2014

Айырыуса күсмә станцияларға ҙур иғтибар бүленәсәк. Сөнки улар ярҙамында үлсәү-контроль хеҙмәте  белгестәре  фураларҙы төрлө урындарҙа үлсәүгә ҡуйырға хоҡуҡлы.

Һуңғы йылдарҙа Рәсәй юлдарында ауыр йөк машиналары һаны бермә-бер артты. Ҡабул ителгән нормаларға ярашлы, улар 40 тоннанан ашыу йөк тейәргә тейеш түгел. Әммә ҡайһы бер водителдәр  дөйөм ҡағиҙәләрҙе инҡар итә. Һөҙөмтәлә әле генә һалынған асфальт юлдар онтала йәки тип-тигеҙ ерҙә соҡорҙар барлыҡҡа килә.
Күптән түгел  республика  юлдарында  йөк үлсәү станциялары эш башланы. Уның хеҙмәткәрҙәренә автомобиль трассаларындағы етешһеҙлектәрҙе иҫкәртеү бурысы ҡуйылған.  Әле Башҡортостанда һигеҙ күсмә  үлсәү пункты ойошторолған. Артыҡ йөк тейәгән фураларҙы асыҡлау өсөн  төбәккә тағы ла бер заманса  автомобиль ҡайтарылды. Уның мөкинлектәре Өфө - Белорет юлында һыналды.
«Рено» автомобиле базаһында эшләнгән техника менән бөгөн илдең бик һирәк субъекттары ғына маҡтана ала.  Хаҡы 4 миллион һумға барып баҫһа ла, сығымдар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә аҡланасаҡ, ти белгестәр.  Сөнки күсмә пункт тулыһынса автоматлаштырылған. Күрһәткестәр тиҙ арала  махсус техниканың эсендә урынлашҡан компьютерға ебәрелә.
Республика юлдарында шулай уҡ ике стационар ҡоролма ла эшләп килә. Уларҙың береһе Архангел районы үҙәгендә урынлашҡан. Көн һайын был тикшереү пунктынан  уртаса  600 йөк автомобиле үтә. Һөҙөмтәлә һәр егерме дүртенсе транспорт сараһының саманан тыш йөк тейәүе асыҡлана.  
Үлсәү хеҙмәте эшләй башлағандан алып юлдарҙа йөк ташыу тәртибен боҙоусылар һаны күпкә кәмей төшкән. Шулай ҙа намыҫһыҙ водителдәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, туҡтатылған был автомобилдең йөгө норманан бер нисә тоннаға артып киткән.  Шуға ла хужаға  штраф түләргә тура килде.
Киләсәктә республика юлдарында йөк үлсәү станцияларының һаны бермә-бер артасаҡ, ти белгестәр.  Әле пункттар урынлашасаҡ  майҙандар һайланған.  Шуға ла йөк автомобиле водителдәренә юлға сыҡҡанда түләүле рөхсәт ҡағыҙҙарын алдан хәстәрләү отошло буласаҡ.
Илдар Байбулатов

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку