Хыялдар ҡанатында

Хыялдар ҡанатында 27.05.2015

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө кадет корпусы тәрбиәләнеүселәре башланғыс осоу буйынса әҙерлек үтә. Уҡыусы балаларҙың күнекмәләре Кушнаренко районындағы «Первушин» аэродромы биләмәһендә ойошторола. Ошонда уҡ кадеттар парашюттан һикерергә өйрәнә.  

Өфө кадет корпусы тәрбиәләнеүселәре «Первушин» аэродромында үтәсәк йәйге практикаһын ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алған. Ярты йыл дауамында һауала осоу буйынса теория үҙләштерелгән, хәҙер самолет штурвалы артына ултырырға ла була. Тик инструктор менән. Һәр уҡыусыға икешәр сәғәт ваҡыт бүленгән, кемдәр осоусы булырға теләй, уларға ваҡыт күберәк  бирелә.
Марш, тигеҙ сафтарға теҙелеү - кадеттың көндәлек шөғөлө. Ә бында улар һауаға күтәрелеп, парашюттан да һикерә ала. Иң мөһиме - күптәре киләсәктә осоусы булырға теләй.
Буласаҡ хәрбиҙәр күккә күтәрелеүҙән тик ыңғай тәьҫораттар ала. Уларҙың инструктор ярҙамында һауаға күтәрелеүен Благовещен районының мәктәп уҡыусылары ла күҙәтте. «Первушин» аэродромына экскурсия менән килгән бер төркөм үҫмерҙәр кадеттар менән аралашып, самолеттар  хаҡында  һорашты. Шулай уҡ килгән ҡунаҡтарға юғары пилотаж оҫталығы ла күрһәтелде. Ҡыҙҙар-малайҙар Бөйөк Ватан һуғышы геройы - осоусы хаҡында презентациянан да ҡәнәғәт ҡалды.
Экскурсия барышында Благовещен районы мәктәп уҡыусылары вертолет, самолеттар менән ҡыҙыҡһынды, кадеттар менән дуҫлашты. Артабан уларҙы музейҙар буйлап сәйәхәт көтә.  Ә инде Өфө кадет корпусы тәрбиәләнеүселәренең йәйге практикаһы дауам итә. Улар тормошон да һауа менән бәйләргә уйлай. Изге маҡсат, әлбиттә, ныҡышмалдар өсөн бер ниҙә тормай.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку