Хыялдағы фатир йәки йөҙҙәрсә кешенең торлаҡһыҙ ҡалыуы ихтимал

Хыялдағы фатир йәки йөҙҙәрсә кешенең торлаҡһыҙ ҡалыуы ихтимал 09.04.2015

Белгестәр баш ҡаланың Әй урамында яңы күтәрелгән күп ҡатлы йорт төҙөлөшөндә хаталар тапҡан. Төҙөлөш компанияһы вәкилдәре белдереүенсә, объект бар нормаларға ла тап килә. Ләкин бойондороҡһоҙ белгестәр быға ризаһыҙлығын белдергән - яңы торлаҡҡа күскәндән һуң йөҙҙәрсә ғаилә өйөм аҫтында ҡаласаҡ.

Бер кемгә лә сер түгел, торлаҡ - килемле бизнес. Фатирға ихтыяж юғары, ә күсемһеҙ милектә арзан варианттар тиҙ һатыла. Шуға компаниялар йорттарҙы төҙөй башлау менән уларҙың хужалары ла табыла. Тик табыш артынан ҡыуып, төҙөүселәр эште еңел-елпе лә башҡарып ҡуя. Ул ғына ла түгел, ҡайһы саҡ рөхсәт ҡағыҙҙары ла булмай сыға. Һөҙөмтәлә кешеләр хыялдағы фатир урынына баш ауыртыуы һатып ала.
Бер ай элек был кешеләр урамда ҡала яҙған. Ике йөҙләп ғаилә «Юл-Ай» комплексынан фатир һатып ала. Йорт Әй, Сун-Ят-Сен һәм Брест урамдары киҫелешендә урынлашҡан. Квадрат метрҙарҙы былтыр йәй тапшырырға һүҙ бирәләр, ләкин фатир туйларға, күрәһең, яҙмаған...
Асыҡланыуынса, торлаҡ йорттоң төп документы төҙөлөш башланғанда уҡ булмаған. Башта төҙөүсе компания күп ҡатлы йортто күтәргән, ә һуңынан документтарҙы рәсмиләштерергә ҡарар иткән.
Линар Минғәзов, торлаҡ комплексының пиар менеджеры:  «Шундай практика бар хәҙер Рәсәйҙә. Күп кенә торлаҡ рөхсәтһеҙ төҙөлә башлай, эш барышында рөхсәт алына».
Закон буйынса был йортто рөхсәтһеҙ төҙөргә хоҡуҡтары булмай. Ләкин компания вәкилдәренең ышанысы ҙур була - йәнәһе лә, рөхсәт итерҙәр, тик һуңынан... Тик ҡала властары рөхсәтте тик  суд ҡарарынан һуң ғына бирә.
«Юлай» компанияһының тағы бер корпусы тороп ҡалған. Литер 6 йорто. Бында шул уҡ хәл, буласаҡ фатир хужалары урамда тороп ҡалыуы ихтимал. Рөхсәт юҡ. Ләкин  компания ризалыҡты алдағы схема буйынса талап итә алмаясаҡ. Асыҡланыуынса, йорт тейешле талаптарҙы күҙ уңында тотмайынса  күтәртелгән.
«Юл-ай» комплексының Литер 6 йортон алғанда, беҙгә проект төҙөүсеһе мөрәжәғәт итте. Ул үҙенең шәхсән күҙәтеүе сиктәрендә төҙөлә башлаған объектты ҡарап сыға һәм унда проекттан ситләшеүҙәр, ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе таба.
Әле төҙөүсе компания суд аша төҙөлөшкә рөхсәт алырға ниәтләй. Шул уҡ ваҡытта компания офисында фатирҙар һаман да һатыуҙа тора.  
Шул уҡ ваҡытта  төҙөүсе компания Юғары судҡа документтар тапшырған. Ҡала өсөн был хәүефле, был компания еңһә, Әй урамында урынлашҡан йортҡа хужалары күсәсәк. Белгестәр иһә бина емерелеүе ихтимал, тип хәүефләнә.  Ә бит төҙөлөштәге ябай ғына хата ла аяныслы тамамланыуы ихтимал.
Был тик бер генә миҫал. Ҡала үҙәгендә урынлашҡан күп ҡатлы йорт төрлө етешһеҙлектәр менән күтәрелгән була...
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку