Хоҡуҡ һағындағылар Ырымбурҙан килеп, Өфөлә Ҡаҙағстан араҡыһы менән сауҙа итеүсе ирҙе ҡулға алған 19.04.2016

Әле контрафакт продукция әйләнеше менән шөғөлләнеүсегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Дөйөм алғанда, февралдә генә Башҡортостан Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан маркировкаһы булмаған 39 тонна спиртлы эсемлек тартып алына.

Беренсе квартал һөҙөмтәләре буйынса алты хоҡуҡ боҙоусыға ҡарата ярты миллион һумлыҡ штраф һалынған. Был хаҡта бөгөн Өфө ҡала хакимиәтендә уҙғарылған матбуғат конференцияһында хәбәр иттеләр. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы вәкиле уҙған йылға йомғаҡ яһап, республикала спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланыу статистикаһы менән таныштырҙы. Һандар ҡыуандырмай: дауаханаға мең ярымдан ашыу кеше эләккән, уларҙың ун бере - 14 йәшкә тиклемге балалар. Суррогат ҡулланыуҙан үлемесле осраҡтар ҙа юҡ түгел.
Журналистар менән осрашыуҙа йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре лә ҡатнашты, улар район-ҡалаларҙа йәштәрҙе спортҡа, сәләмәт тормошҡа әйҙәү эшен йәнләндереү тәҡдиме менән сыҡты. Шулай уҡ фанфуриктар мәсьәләһенә ҡарата һорауҙар ҙа күтәрелде. Бынан тыш, Туймазы, Нефтекама, Мәләүез ҡалаларында  йәштәр ойошмалары йәмәғәт күҙәтеүҙәре ойошторған, улар суррогат эсемлектәр менән һатыу итеүсе сауҙа нөктәләре хаҡында тейешле хеҙмәттәргә хәбәр итеп тора. Баш ҡалала ла спиртлы эсемлектәр әйләнеше буйынса етди мониторинг алып барыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика