Хеҙмәтте һаҡлау буйынса иң яҡшы белгес

Хеҙмәтте һаҡлау буйынса иң яҡшы белгес 16.04.2015

Бөгөн Өфөлә хеҙмәткәрҙәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе һөнәр эйәләре араһында  республика конкурсы башланды.

Быйыл конкурс 9-сы тапҡыр ойошторола. Бәйгелә ҡатнашыусылар тәүҙә  хеҙмәтте һаҡлау буйынса белемдәрен теоретик рәүештә тикшерә.  Йәғни, компьютерҙа имтихан һорауҙарына  яуап бирә. Артабан инде робот-тренажерҙа тәүге ярҙам күрһәтеү,  хеҙмәтте һаҡлау буйынса яңы ҡағиҙәләр белеү кимәле  ҡарала. Талаптар  йыл һайын  үҙгәреп  тора, ти белгестәр. Быйыл да 6 майҙан яңы ҡағиҙәләр үҙ көсөнә инә. Мәҫәлән, элек өс метр бейеклектә эшләү хәүефле тип һаналһа, хәҙер был күрһәткес 8-гә күтәрелгән.  Ойоштороусылар фекеренсә, хеҙмәтте һаҡлау буйынса талаптарҙы  барыһы ла белергә тейеш.
Конкурста ҡатнашыусылар  сараны фәһемле тип иҫәпләй. Сөнки  ҡағиҙәләрҙе теүәл башҡарғанда ғына,  кеше ғүмеренә ҡурҡыныс янамаясаҡ. Ә талаптарҙы  үтәү өсөн уларҙы белеү мотлаҡ. Конкурста иһә  үҙ белемеңде теоретик яҡтан да, практик йәһәттән дә һынап ҡарау мөмкинлеге бар. Хәйбулланан Хәйҙәр Шәмсетдинов мәғариф бүлегендә эшләй, беҙ балалар баҡсаһы менән мәктәптәрҙә  хәүефһеҙлек өсөн яуап бирәбеҙ, был эштә икеләтә яуаплылыҡ талап ителә, ти ул.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку