«Хеҙмәт ветераны» исемен юллауҙа үҙгәрештәр

«Хеҙмәт ветераны» исемен юллауҙа үҙгәрештәр 08.01.2016

«Хеҙмәт ветераны» исемен юллағанда ведомство наградалары ла иҫәпкә алынасаҡ. Әммә хеҙмәткәр үҙ өлкәһендә 15 йылдан күберәк эшләргә тейеш. Ҡануниәткә ошондай үҙгәрештәрҙе ил президенты Владимир Путин тәҡдим итте.

Документта «Хеҙмәт ветераны» һәм «Хәрби хеҙмәт ветераны» атамалары айырым билдәләнгән. Абруйлы исемде юллауға тәғәйенләнгән наградалар исемлегенә Рәсәй президенты Почет грамотаһы һәм Рәхмәт хаты ла индерелде. Бынан тыш, эш стажы буйынса айырым күрһәтмә бар. Уға ярашлы, ир-егеттәр дөйөм алғанда 25 йыл, ә ҡатын-ҡыҙҙар 20 йыл эшләргә тейеш.        

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика