Халыҡ һынамышы буйынса һауа торошо

Халыҡ һынамышы буйынса һауа торошо 12.05.2015

Быйылғы йәй  ауыл хужалыҡтары өсөн йыл уңышлы буласаҡмы? Республика халҡын ниндәй һауа торошо көтә? Һорауҙарға яуапты  Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе Нәйлә Яҡупова белә. Ул көн һайын һауа торошон яҙып, анализ яһай. Дүрт йыл тикшеренеүҙәр барышында ҡыҙыҡлы һығымталар яһауға ирешә.

Нәйлә Яҡупованың һәр иртәһе урамға сығып тәбиғәт күренештәрен тикшереүҙән башлана. Был эштә уға атаһы ла ярҙам итә. Дүртенсе синыфта уҡыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙ  халыҡ һынамыштарын  яҡшы белә.
Һауа торошон билдәләүҙә ҡыҙға йорт хайуандары ла ярҙам итә. Анфиса исемле бесәй синоптиктың төп ярҙамсыһы. Ә өйҙә Нәйләнең тикшеренеүҙәренән күргәҙмә ойошторолған тиерһең. Был графикала һуңғы ике йылдағы һауа торошо һүрәтләнгән. Был тикшеренеүҙәр белем генә түгел, көс тә талап итә. Графикаларҙы төҙөр алдынан Нәйлә махсус блокноттарға көнөнә өс тапҡыр һауа торошон яҙып бара. Һуңынан халыҡ һынамыштарына таянып прогноз яһай.
Нәйлә Яҡупова, йәш синоптик: «Йәйгелеккә прогнозды февралдә яһаным. Июндең тәүге яртыһы һыуыҡ, ямғырлы булһа, ай аҙағында эҫе буласаҡ. Июлдә шулай уҡ тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә. Йәй эҫе булмаясаҡ. Эҫеләр һыуыҡ һәм ямғырлы көндәр менән алмашынып торасаҡ. Йәйгелеккә фараз төҙөгәндә, ҡышҡы һауа торошона ла иғтибар итәм. Мәҫәлән, 31 декабргә ҡарап июнгә һауа торошон күҙалларға мөмкин. Ул көн һыуыҡ булды».
Нәйлә тикшеренеү эштәре менән йыш ҡына  төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Рәсәй һәм республика кимәлендә беренсе урындар яулай. Әле лә май аҙағында уҙасаҡ ғилми конференцияға әҙерләнә.
Нәйләнең китап кәштәһендә халыҡ һынамыштары тураһында тиҫтәнән ашыу белешмә бар. Борон тап улар һауа торошон билдәләргә ярҙам иткән дә инде.
Олатай-өләсәйҙәребеҙ һынамыштар буйынса бик күп нәмәләр юраған. Мәҫәлән, әгәр яҙ ужымда үрмәксе ауы булһа, мул уңыш көт. Әгәр ужым иртә сыҡһа, ..... бәшмәктәре лә иртә сығасаҡ, сәтләүек тә күп буласаҡ. Әйткәндәй, йәш синоптик быйыл ауыл хужалыҡтары өсөн йыл уңышлы буласаҡ, тип фаразлай.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку