Халыҡ шағирына халыҡ һөйөүе 10.02.2017

Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулыу уңайынан бөгөн Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте. Сарала ҡала гимназияһы уҡыусылары, яҙыусылар ҡатнашты. Килгән халыҡ Рәми Ғариповтың ижадына арналған "Заман ярып үтте йөрәкте" тип исемләнгән күргәҙмә менән дә танышты.

Рәми Ғариповтың "Шағир" тип исемләнгән шиғырын 1-се республика гимназия-интернаты уҡыусыһы Зариф Сөләймәновтың тасуири уҡыуын һәр кем әҫәрләнеп тыңланы. Шиғри әҫәрҙә әйтелгән һәр һүҙ әлеге көн менән ауаздаш төҫлө. Рәми Ғариповтың ижады үҙе иҫән сағында  баһаланмауы һәр кемгә мәғлүм. Совет милли сәйәсәтенә тәнҡит күҙлегенән ҡарағаны өсөн милләтселектә ғәйепләнеп, эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә. Уның күп шиғырҙары шағир тере саҡта баҫылмайынса ҡала. Был әҙиптең көндәлектәрендә асыҡ сағыла. Әммә ысын ижад үлемһеҙ. Бөгөн Рәми  йәшенең дә, олоһоноң да яратҡан шағиры һанала.

Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулыу уңайынан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала "Заман ярып үтте йөрәкте" тип исемләнгән хәтер кисәһе үтте. Сарала төрлө быуын вәкилдәре ҡатнашты. Кисәнең тап ошо китапханала ойошторолоуы осраҡлы түгел, ти халыҡ шағиры Рауил Бикбаев та.

Ә инде кисәнең төп ҡунағы Рәми Йәғәфәр улының ҡыҙы Гөлнара Ғарипова үҙе ине. Халыҡтың атаһына булған һөйөүен тойоуы уның өсөн дә оло ҡыуаныс. Осрашыуҙа Рәми Ғарипов шиғырҙарына яҙылған йырҙар ҙа яңғыраны. Көйгә һалынған, яттан һөйләнгән  шиғырҙары Рәми ижадын мәңгелек итә

Әйткәндәй, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған төп сара 12 февралгә билдәләнгән. Шағирҙың тыуыуына 85 йыл тулыу уңайынан, ҡала урамдары буйлап шиғри флешмоб ойоштороу күҙаллана. Ул  Башҡортостан Яҙыусылар Союзында йәкшәмбе көндөҙгө  сәғәт 12-лә башлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика