Хәйбулла районында иҫкергән һәм авария хәлендәге торлаҡта йәшәүселәрҙе 80 яңы фатир көтә 08.08.2016

Улар Бүребай, Өфө һәм Аҡъяр ауыл биләмәләрендә төҙөлә. Район граждандарҙы иҫке йорттарҙан күсереү программаһына 2014 йылда ҡушылған,  41 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.  

Түбәнән шишмәләр аға, стеналар ҡойола, иҙәндәр талсыбыҡ һымаҡ һығылып тора. Ләкин Лилиә Билалова өсөн иң ҡурҡынысы - ямғыр. Ҡыйыҡтан үткән һыу мейесте еүешләтә, аҙаҡ фатирҙа дым тора.  
Шулай ҙа ҡатындың фатирын ул тиклем ҡурҡыныс тип әйтмәҫһең. Бының сере ябай - Лилиә Билалова йәшәгән торлағын ваҡытында йүнәтеп, матурлап тора. Шуға ҡарамаҫтан йорт яңырмай, йөҙ йыл самаһы элек  төҙөлгән бина инде ҡойолоп бара. Шуға ла Бүребайҙа яңы торлаҡ төҙөлә.
Был ике йортта район хакимиәте 47 фатир һатып алып, уларҙы программа сиктәрендә күсергә тейеш ғаиләләргә ташырасаҡ. Граждандарға майҙаны әле йәшәгән фатирҙарынан кәм булмаған торлаҡ биреләсәк. Төҙөүселәр яңы йорттар һәр яҡтан яҡшы тип билдәләй.
Районда 2016-2017 йылдарҙа авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһы буйынса тағы 90-ға яҡын фатир төҙөләсәк. Шулай ҙа был  йәшәү шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләрҙең бөтәһен дә күсереп бөтөү өсөн аҙыраҡ. Районда программаның дауам итәсәгенә өмөтләнәләр.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика