Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Таланттар йондоҙлоғо» конкурсының икенсе туры үтте

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Таланттар йондоҙлоғо» конкурсының икенсе туры үтте 21.11.2014

Конкурстың маҡсаты - мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәрҙең ижади һәләтен үҫтереү, уларҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыу.

Йәш таланттар үҙ оҫталығын йыр,  бейеү, шиғыр һөйләү, ҡул менән ишаралап йырлау, музыка ҡоралдарында уйнау кеүек төрлө номинацияла һынаны. Бәйгенең тәүге һайлау этабында Өфөнән һәм  республика район-ҡалаларынан 200-ҙән ашыу бала ҡатнашҡан, уларҙың 130-ы икенсе турға үткән. Республиканың билдәле артистары, йәмәғәт эшмәкәрҙәренән торған жюри ағзалары конкурсанттарҙың һәләтен юғары баһалай.  Мөмкинлектәре сикләнһә лә, ижадҡа сикләү юҡ, тип билдәләй улар.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика