Хәрби-патриотик фестиваль 29.08.2014

Стәрлетамаҡ районында  балалар йорттарында  әрбиәләнеүселәр фестивале үтте.

Тыуған илгә һөйөү менән һуғарылған йыйын икенсегә  уҙғарыла. Уны Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Патриотик тәрбиә һәм йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә   әҙерләү үҙәге Стәрлетамаҡ районы хакимиәте  менән берлектә ойошторҙо. Фестивалдә ҡатнашыусылар пейнтбол буйынса көс һынашты. Уйын олимпия системаһы нигеҙендә ойошторолдо. Флагты ҡулға төшөрөүселәр еңеүсе тип иғлан ителде. Ярышта көс һынашыусылар араһында былтырғы еңеүселәр ҙә бар ине. Данил Ғәлиев быйыл да дартс уйынында иң мәргәне тип танылды.
Үҫмерҙәр ялан кухняһында бешерелгән һалдат бутҡаһын да тәмләп ҡараны, хәрби техника менән яҡындан танышты. Ҡаяға үрмәләп, поход ҡоролмаларын һынаны. Фестивалдең маҡсаты - йәштәрҙә илһөйәрлек рухын тәрбиләү. Ойоштороусылар ҡуйылған бурыс теүәл үтәлде тип билдәләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика