Хәрби хеҙмәткә көҙгө  саҡырылышта Баймаҡ районынан илдең Ҡораллы көстәренә  200-гә яҡын егет алынасаҡ 08.11.2014

Уларҙың күбеһе хәрби бурысын абруйлы ғәскәрҙәрҙә үтәйәсәк. Һалдат итеге кейер алдынан  район үҙәгендә  хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө үтте.

Ҡораллы Көстәргә саҡырыу йылына ике тапҡыр уҙғарыла. Быйыл әрме сафын юғары уҡыу йортон тамамлаған,  физик  яҡтан әҙерлекле  егеттәр  тулыландырасаҡ.  Хәрби комиссариат бүлеге етәксеһе  Хөрмәт Хәмитов әйтеүенсә, бигерәк тә был саҡырылышта Йомаш, Аҡморон ауылдарында йәшәүсе егеттәр үҙ теләге менән хәрби хеҙмәткә юллана.  Көҙгө саҡырылышта барлығы185 егеткә әрме һурпаһын татырға тура киләсәк.
Ил һаҡсыларын ҡотларға хәрби комиссариат вәкилдәре, ағинәйҙәр клубы ағзалары, яугир-интернационалистар килде. Һәр кем үҙ кәңәштәрен, теләктәрен еткерҙе.  Буласаҡ һалдаттарға саҡырыу ҡағыҙҙары тапшырылды.
Киләсәктә илен һаҡлаясаҡ егеттәрҙә ихтыяр көсөн нығытыуҙа, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүҙә ошондай  саралар уҙғарыу бик әһәмиәтле. Ә буласаҡ  һалдаттарға   ил алдында булған  бурысын  намыҫлы үтеп, тыуған иленә имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын тип әйтергә  генә ҡала.
Вилә Сәйетова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика