Хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш дауам итә

Хәрби   хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш дауам итә 15.11.2014

Быйыл Ватан алдында бурысын үтәргә Башҡортостандан 6 мең 600-ҙән ашыу ир-егет саҡырылған.  Бөгөн Башҡортостандың хәрби комиссариатында тәүге әҙерлек үткәндән һуң улар илдең төрлө төбәктәренә йүнәлде.

Башҡортостандың хәрби комиссариаты казармаһында  әрме хеҙмәте тәртиптәре тураһында һөйләйҙәр. Өйҙә түшәкте йыйыу ғәҙәттә, әсәй иңенә ятһа, бөгөндән егеттәр үҙаллы булырға, һәр эштә тәртипкә өйрәнә. Белорет районы егете  Раяз Сәфиуллин әрме хеҙмәтенә бала саҡтан барырға хыялланған. Шуға күрә медицина колледжында уҡыуына ҡарамай көҙгө саҡырылыштан ҡалмаҫҡа ҡарар иткән.
Хәрби комиссариатта егеттәр һынаулы ваҡытта ҡоралды һүтеп-йыйырға, мәргән атырға өйрәнә. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар алдында тәжрибәле уҡытыусылар сығыш яһай.
Анатолий Балтинский, Башҡортостандың хәрби комиссары:  «Әлбиттә, илдә һәр һөнәр ҙә кәрәкле, әммә тыуған илде яҡлау ир кеше адында мөһим бер бурыс булып тора. Быйыл беҙ хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө ойошторҙоҡ, ошо уңайҙан асыҡ ишектәр көнө үтте. Буласаҡ Ватанды һаҡлаусылар алдында ветерандар сығыш яһаны. Ата-әсәләргә лайыҡлы улдар тәрбиәләгәне өсөн рәхмәт әйтер инем».
Көҙгө саҡырылыш буйынса Рәсәй армияһы сафын  Башҡортостандан 6 меңдән ашыу егет тулыландыра. Баймаҡ һәм Йылайыр райондарынан көҙгө саҡырылышта тәүгеләрҙән булып әрме сафына 18 егет йүнәлде. Уларҙың күбеһе юғары уҡыу йорттарын тамамлаған. Улар ил алдындағы бурысын үтәргә теләмәүселәргә ҡарағанда, әрмене сынығыу мәктәбе тип ҡабул иткән.
Тәүге әҙерлек үткән егеттәр артабан уҡыу частәренә йүнәлә. Бөгөн 100-ҙән ашыу кеше Һамар, Ырымбур өлкәләре, Төньяҡ Кавказға ебәрелә. Дүрт ай уҡыуҙан һуң улар хәрби частәргә юлланасаҡ.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку