Хәүефле йорт 05.10.2015

Өфөнөң Коммунистик урамы 19/1 адресында урынлашҡан йорт авария хәлендә. Бер нисә йыл элек Суд тарафынан төҙөлөш компанияһына торлаҡты ремонтларға тигән ҡарар сығарыла. Йылдар үтһә лә төҙөкләндереү эштәре башҡарылмай. 10 йыл элек кенә файҙаланыуға тапшырылған йорт ни өсөн таушалған?

Фатир хужалары хәүефле шарттарҙа йәшәргә мәжбүр. Улар сәләмәтлеккә һәм ғүмергә ҡурҡыныс менән янаған шарттар өсөн борсола. Яуаплы ойошмалар битарафлығының һәләкәткә килтермәйәсәгенә бер ниндәй ҙә ышаныс юҡ.
Наталья Батыршина, Коммунистик урамдағы 19/1 һанлы йортта йәшәүсе: «Көн дә тышҡа сығыр алдынан башҡа кирбес төшөп ҡуймаһа ярар ине тип хәүефләнәһең».
Светлана Вязова, Коммунистик урамдағы 19/1 һанлы йортта йәшәүсе: «Нимә көтәбеҙ беҙ? Йорттоң емерелгәненме? Әллә 85 фатирҙың ошо емереклек аҫтында ҡаласағынмы?»
Юрий Кузнецов, Коммунистик урамдағы 19/1 һанлы йортта йәшәүсе:  «Был йорт проект ҡағиҙәләрен боҙоп төҙөлгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, комиссия уны файҙаланыуға тапшырған».
Йорттағы фатирҙарға инеп ҡараһаң, хәл бик асыҡ күренә. Фатирҙарҙың стеналарында ярыҡтар барлыҡҡа килгән. Хужалар төрлө инстанцияларҙы йөрөп сыҡҡан. Хатта Рәсәй Президенты Владимир Путинға ла мөрәжәғәт иткәндәр, әле яуап көтәләр. Йорт өсөн яуаплы төҙөлөш фирмаһы эшкә тотонған тотоноуын, ләкин был тик күҙ буяуға оҡшаған, тип борсола йортта йәшәүселәр.
Беҙ төҙөлөш компанияһына ла шылтыраттыҡ, ләкин трубканы алыусы булманы. Тимәк, берәү ҙә яуап бирергә теләмәй булып сыға.
Прораб әйтеүенсә, төҙөлөш материалдарының насар сифатын иҫәпкә алмағанда, ғәйеп йәшәүселәрҙең үҙҙәрендә.
Павел Воронов, прораб: «Йортта йәшәүселәр үҙҙәренең фатирҙарында ремонт эшләй башланы. Нишләптер уларҙың бөтәһенә лә бер юлы бүлмә ишектәренә аркалар кәрәк булды. Беҙҙең проект буйынса ундай  уйымдар ҡаралмаған».
Төҙөлөш фирмаһы хеҙмәткәрҙәре ышандырыуынса, емерелеү ҡурҡынысы янамай. Объектты нығытыу буйынса ремонт дауам итә, ләкин ҡасан тамамланыры билдәһеҙ. Тимәк, фатир хужаларына ҡыйын хәлдә ҡалмау өсөн әлегә әрмеләге кеүек «һәр ваҡыт әҙерлектә» йәшәүҙән башҡа сара юҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика