Кеше ғүмеренә бәйле күп ҡағиҙәләр, образлы итеп әйткәндә, «ҡан менән яҙыла»

Кеше ғүмеренә бәйле күп ҡағиҙәләр, образлы итеп әйткәндә, «ҡан менән яҙыла» 07.04.2015

7 апрель дә хәҙер төрлө йылдарҙа һыу аҫты кәмәлерендә һәләк булған моряктарҙы иҫкә алыу көнө булараҡ билдәләнә.

Мөһим дата барлыҡҡа килеүенә 1989 йылда Баренц диңгеҙендә «Комсомолец» һыу аҫты крейсеры фажиғәһе сәбәпсе булды. Хәрби походтан ҡайтып килгән экипаж Норвегия менән Баренц диңгеҙҙәре сиктәрен үткәндә отсектарҙың береһендә янғын сыға. Ҡотҡарыу өсөн күп көс һалынһа ла, 69 кешенең 27-е генә иҫән ҡала. Уларҙың да бөгөн икәүһе генә иҫән.
Һыу аҫты кәмәләрендә һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу саралары Өфөлә йыл һайын ойошторола. Төрлө конфессия вәкилдәре был йолаға һәр саҡ тоғро ҡала. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостандан 40 мең кеше диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән. Һыу аҫты кәмәләрендә һәләк булыусылар ҙа бар. Ә хәтер көнөн тап «Комсомолец» һәләкәтенә бәйләүҙәре  юҡҡа түгел. Ул заманының иң ҡеүәтле һыу аҫты крейсеры була.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку