Кем ғәйепле һәм нимә эшләргә?

Кем ғәйепле һәм нимә эшләргә? 06.04.2015

Йәмғиәт тормошондағы төп һорауҙарҙың береһенә Өфө ҡалаһының Киров урамындағы 46 йортонда йәшәүселәр яуап эҙләй. Төн уртаһында урынынан шылған торба бер фатирҙа яҙғы ташҡын ойоштора. Һөҙөмтәлә йорт йыһаздары зыян күрә, иҙән-стеналар ҡуба. Ваҡиға урынына авария бригадаһы ла килмәй, ә етешһеҙлекте оператив рәүештә төҙәткәндә түбәнән аҡҡан һыу зыяны күпкә кәмерәк булыр ине тип иҫбатлай фатир хужалары.  

Үткән төндө Калашниковтар ғаиләһе тиҙ онотмаҫ. Сәғәт 3-рҙә түбәнән шишмәләр урғыла башлай. Ни эшләргә лә белмәнек ти Ирина. Тиҙ арала иҙәнгә биҙрә, тас, банкалар теҙелеп китә. Тик барыбер ташҡын һөҙөмтәһеҙ үтмәй.
Ирина Калашникова, фатир хужаһы: «Беҙ төнө буйы йоҡламаныҡ, нисек тә булһа һыу баҫыу эҙемтәһен кәметергә тырыштыҡ. Диспетчерҙарға авария бригадаһын ебәрегеҙ тип шылтыраттыҡ та, һөҙөмтәһе булманы. Беҙ тәбиғи шарттар һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан осраҡтар менән эш итмәйбеҙ тип яуап бирҙеләр».
Ярҙам тик иртән генә килә. 40-сы торлаҡ файҙаланыу участкаһы хеҙмәткәрҙәре ямғыр һыуын ағыҙған торбаның урынынан шылыуын асыҡлай. Һөҙөмтәлә ҡар һыуы фатирҙарға үтеп инә. Күренештән кәмендә өс торлаҡ зыян күрә. Ташҡын күләме хужалар төшөргән видеояҙмала яҡшы күренә.
Алексей Христолюбов, 40-сы торлаҡ файҙаланыу участкаһы мастеры: «Дөрөҫөн генә әйткәндә мәсьәлә 10-15 минутта хәл ителерлек. Авария бригадаһы ваҡытында килһә һыуҙы шунда уҡ туҡтатыр ине. Ә беҙ ваҡиға тураһында бөгөн иртән генә белдек. Хәҙер торба урынында, һыу аҡмай».
Диспетчер Ирина Калашниковаға  фатирға ямғыр һыуы ағыуы авария осрағы һаналмай, бындай саҡырыуға бригада сығырға тейеш түгел тип аңлата. Был фекер менән 40-сы торлаҡ файҙаланыу участкаһы етәксеһе риза түгел.
Сергей Яковлев, 40-сы торлаҡ файҙаланыу участкаһы етәксеһе: «Минеңсә ямғыр һыуы өсөн тәғәйенләнгән торбаның урынынан шылыуы менән дә авария бригадаһы шөғөлләнергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа, улар төнгө ваҡиға урынына сыҡмаған. Был йәһәттән тикшереү үткәреләсәк. Ә фатир хужаларының зыяны тулыһынса ҡапланасаҡ».
Әле 40-сы торлаҡ файҙаланыу участкаһы хеҙмәткәрҙәре һыуҙан зыян күргән мөлкәт исемлеген төҙөй. Документ нигеҙендә фатир хужалары компенсация алырға тейеш. Ләкин эш оҙаҡҡа һуҙылыуы мөмкин. Ә бит әгәр ҙә авария бригадаһы ваҡиға урынына ваҡытында килеп етһә, эҙемтәләр ҙә күпкә әҙерәк булыр ине.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку