Капиталь ремонт өсөн 70 йәше тулғандарға 50, 80 йәшлектәргә 100 процент компенсация түләнә 09.04.2016

Төбәк операторына йыл башынан күсерелгән суммалар ҙа яңынан иҫәпләнеп  кире ҡайтарыласаҡ. Был турала республика Башлығы Башҡортостан юлдаш телевидениеһында үткән тура эфир барышында белдерҙе. Капиталь ремонт өсөн  компенсацияға кемдәр дәғүә итәсәк.

Тәғҙимә Камалетдинова 9-сы тиҫтәһен ҡыуа, капиталь ремонт өсөн  ваҡытында иҫәпләшеп бара. Йыл башынан компенсация түләйәсәктәрен белгәс ҡыуанысының сиге булмай. Хаҡлы ялдағыларҙың һәр тине ҡәҙерле. Әммә аҡса һаман килеп етмәй, ти хеҙмәт ветераны.
Белгестәр әйтеүенсә,  компенсациялар яҡын көндәрҙә күсерелә башлай, уны  түләү тәртибе ошо көндәрҙә генә раҫланған. Тик был аҡсаны алыу  өсөн яҡлау бүлектәренә барып  ғариза яҙырға тейеш.  Һәр бер мөрәжәғәт ентекләп тикшерелә.
Йәғни,  милексе торлаҡ- коммуналь хеҙмәттәргә йәки капиталь ремонтҡа түләнгән  компенсацияның береһен һайлай ала. Ремонт өсөн бүленгәне  70 йәшлектәргә 50, 80 йәште уҙғандарға 100 процент күләмендә билдәләнгән. Әммә был төбәк операторына күсерелгән аҡса тулы кимәлдә кире ҡайтарыла тигәнде аңлатмай.  Фатир хужалары капиталь ремонт  өсөн фатирының тулы майҙаны буйынса түләй, ә бына  компенцация социаль норма нигеҙендә иҫәпләнә. Кеше башына 33, икәү булғанда  42, күберәк осраҡта һәр кешегә 18-әр квадрат метр өсөн аҡсаһын кире ҡайтара ала.  Өйҙөң  ҡайһы ҡатында йәшәү ҙә әһәмиәткә эйә.
Николай Калмацкий, республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге етәксеһе: «Компенсация торлаҡ милекселәренә генә  күсерелә, йәғни фатирҙы  хосусилаштырған хужаға ғына.  Уның суммаһы  капиталь ремонт өсөн  ҡуйылған минималь тариф буйынса иҫәпләнә.   Беренсе-алтынсы ҡаттарҙа  йәшәүселәргә  бер квадрат метр өсөн 5 һум 20, өҫкө ҡаттағыларға 5 һум 80 тиндән түләнә».
Компенсация   капиталь ремонт өсөн квитанция килеүҙән туҡтай йәки уны түләү кәрәкмәй тигән һүҙ түгел. 70 йәш булһа ла, 80 тулһа ла төбәк операторы менән ваҡытында һәм тулы кимәлдә  иҫәпләшеү  мотлаҡ,   шунан һуң ғына компенсацияға дәғүә итергә мөмкин.  Йыллыҡ  сумманы алыу өсөн  ғаризаны  31 декабргә тиклем яҙырға мөмкин.  Һорауҙар менән телефон аша ла мөржәғәт итергә була, уның һандарын экранда күрәһегеҙ.
242-66-94 - Өфө буйынса,  (347) - 282-40-35, 282-07-19 - Башҡортостан буйынса

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика