Кама йылғаһы аша Башҡортостан һәм Удмуртия Республикаларын тоташтырыусы күпер төҙөлә

Кама йылғаһы аша Башҡортостан һәм Удмуртия Республикаларын тоташтырыусы күпер төҙөлә 22.07.2014

Кама һәм Буй йылғалары аша күперҙәр төҙөү тураһында килешеүгә 2013 йылдың октябрь айында ҡул ҡуйылғайны. Күләмле проектты тормошҡа ашырыуға дәүләт ҡаҙнаһынан 14 миллиард һум аҡса бүленгән. План буйынса күпер өс йылдан әҙер булырға тейеш.  

Михаил Андреянов,төҙөлөш ойошмаһы участкаһы етәксеһе: «Кама аша төҙөләсәк күпер ҡоролмаһының ауырлығы 8 мең 700 тонна. Әлегә 2 мең 700 тонна тимер килтерелгән. Ошо көндәрҙә 150 тонналыҡ 2 кран килергә тейеш. Улар килеп етеүгә тимер конструкцияны йыя башлайбыҙ».

Күпер төҙөүҙә тәүлек әйләнәһенә 350 кеше эшләй. Төҙөүселәрҙең маҡсаты 15 километр оҙонлоҡтағы күперҙе 2016 йылдың көҙөнә файҙаланыуға тапшырыу.

Федор Поленов, участка бригадиры: «Төҙөлөш йылдам бара. Әле монтажлау эштәре башҡарыла, ай аҙағына күперҙе тотоусы механизмдар ҡоролоп бөтөргә тейеш».


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика