Күрше хаҡы

Күрше хаҡы 20.06.2016

Беҙҙең редакцияға ярҙам һорап баш ҡаланың Коммунарҙар урамында йәшәүселәр мөрәжәғәт итте. Улар аңлатыуынса, йорттоң 4-се подъезында йәшәүселәр  күптән инде тыныс тормош хаҡында онотҡан. Сөнки бында үҙен сәйер тотҡан өлкән йәштәге ҡатын йәшәй. Ул күршеләренә көнө-төнө ҡысҡырып, тынғы бирмәй. Үҙен бер нисек тә тынысландырып булмай тип зарлана халыҡ, төрлө инстанцияларға мөрәжәғәттәр ҙә файҙа килтермәй.

70-се фатир хужаһы Зифа Ҡаҙыева йәнә ишек төбөндә ҡунаҡ көтә. Кем килгән, инегеҙ, ишек асыҡ тип яр һала ҡатын. Күршеләре әйтеүенсә, был көндөҙ ҙә, төндә лә туҡтамай. Оло йәштәге ханым тотош подъезға тынғы бирмәй.
Ҡатын сибек кенә булыуына ҡарамаҫтан, тауышы көслө. Уның яр һалыуҙарына олоһо ла, кесеһе лә уяна. Өҫтәүенә, ҡайһы бер осраҡтарҙа ханым ҡулына балта ала ти күршеләре.  Уның менән Зифа Ҡаҙыева ишекте ватып тышҡа сығырға маташҡан тип аңлата ваҡиға шаһиттары.  
Зифа ханым йортта 1978 йылдан бирле йәшәй, элек күршеләре менән ул тиклем аралашып бармаһа ла, йортто ҡурҡыуҙа тотмаған. Ҡатындың сәйер ҡылығы ике йыл элек самаһы башланған.
Хәҙер инде йортта йәшәүселәр үҙҙәренең һәм яҡындарының ғүмерҙәре өсөн хафаланып йәшәргә мәжбүр. Күптән түгел улар  70-се фатирҙың газ торбаһын ҡырҡтырыуға өлгәшкән. Кире осраҡта йорттоң күккә осоуы ла ихтимал ти халыҡ, сөнки улар аңлатыуынса, оло ҡатын нимә эшләгәнен аңламай.
Людмила Хәмитова, Коммунарҙар урамының 69/2 һанлы йортонда йәшәүсе: «Ул плитәһенә ашарға бешерергә ҡуя ла, был турала онота. Кәстрүлдәре яна башлай, бөтә подъезд буйлап еҫ тарала. Мин үҙем ике тапҡыр уның фатирына инеп утын һүндерҙем. Ярай әле янғын сығып өлгөрмәне».
Күршеләре Зифа Ҡаҙыеваның сәйер ҡылыҡтары тураһында полицияға ла, дауаханаларға ла, прокуратураға ла хәбәр иткән. Ләкин уларҙан ярҙам юҡ. Ҡатынға  ейәне килеп йөрөй, күршеләр унан мәсьәләне хәл итеүҙе талап итеп тә ҡараған, әммә был да һөҙөмтә бирмәгән. Законға ярашлы, кемгәлер психиатрик дауалау тәғәйенләү тик кешенең үҙенең ризалығы булған осраҡта мөмкин. Был шәхестең иркен аралау өсөн индерелгән процедура. Ләкин ҡайһы бер осраҡтарҙа ҡағиҙәне урап үтергә була.  
Рөстәм Бәҙретдинов, Башҡортостандың 1-се клиник психиатрия дауаханаһы бүлеге мөдире: «Ҡайһы бер осраҡтарҙа гражданинды психиатрик тикшереүгә суд ҡарары буйынса йүнәлтәләр. Бының өсөн уға медицина ярҙамы күрһәтелмәгән осраҡта хәле насарайыуы, йә иһә ул үҙенең ҡыланыштары менән башҡаларға ҡамасаулауын иҫбатларға кәрәк».
Табиптар хәҙерге психиатрияның дауалау мөмкинлектәре киң булыуын билдәләй, иң оло пациенттарға ла оператив ярҙам итеү алымдары бар. Тулы һауығыу тураһында һүҙ йөрөтөп булмаһа ла, психик ауырыуҙарҙың үҫешен һүлпәнәйтеү бик тә ихтимал. Бары тик сирҙән яфалаусының, йә уның туғандарының быға теләге генә булһын. Күрәһең, был йортта йәшәүселәргә тыныс тормошҡа хоҡуғын суд аша дауларға тура киләсәк, сөнки бындай шарттарҙа йәшәү мөмкин түгел, ти улар.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика