Күп балалы ғаиләләргә торлаҡ сертификаты

Күп балалы ғаиләләргә торлаҡ сертификаты 16.07.2014

Баймаҡ районында тағы ла өс ғаиләгә бәхет йылмайҙы. Уларға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификаттар тапшырылды. Аҡса  күп балалы ғаиләләргә  ярҙам итеү буйынса  республика маҡсатлы  программаһы сиктәрендә бүленгән.


Тағы ла күп бала тәрбиәләгән 3 ғаилә торлаҡ сертификаты алып ҡыуанды.  Тантаналы рәүештә хакимиәт башлығы Илшат Ситдыҡов барыһын да ихлас ҡотлап, уларға көтөп алған документтарҙы тапшырҙы.  
Сертификат хаҡы - 2 миллиондан алып  3 миллион һумға тиклем. Сертификат хужалары 17 декабргә тиклем күрһәтелгән сумманы  фатир һатып алыуға, йорт төҙөүгә йәки булған торлаҡ майҙанын киңәйтеүгә  файҙаланып өлгөрөргә  тейеш.
Ҙур ҡыуаныс  кисергән ғаиләләргә дәүләт ярҙамын маҡсатлы тотоноп, балаларының тик шатлыҡтарын күреп, уңыштарына һөйөнөп йәшәргә яҙһын.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку