Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр көн дә лифт менән ҡулланырға күнеккән

Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр көн дә лифт менән ҡулланырға күнеккән 27.01.2015

Һәм ҡоролманың сафтан сығыуы юғары ҡатта йәшәүселәр өсөн үҙе бер  бәләгә әйләнә.  Өфөнөң  Парк урамы 2/3 һәм Степан Злобин 34/2 йорттарында йәшәүселәр ҙә фатирҙарына йыш ҡына йәйәү менергә мәжбүр. Сөнки бындағы лифттар, яңы булыуына ҡарамаҫтан, йыш боҙола.

Степан Злобин 34/2 йортонда йәшәүсе йәш әсәләргә сабыйҙарын саф һауаға алып сығыу ябайҙан түгел. Капиталь төҙөкләндереүҙән һуң ҡуйылған яңы лифттар бәләкәй балалы ғаиләләр өсөн иҫәпләнмәгән, күрәһең. Ҙур булмаған коляска ла уның эсенә саҡ һыя, инһәң дә ишектәре ябылмай.
Яңы лифттар йәш әсәләргә генә түгел, башҡаларға ла оҡшамай. Дәғүәләр - тауышы көслө, ышанысһыҙ, аҙна һайын тиерлек боҙола... Кнопкалары ла йүнләп эшләмәй.
Парк урамы 2/3 йортонда йәшәүселәр ҙә лифттарына ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Асыҡланыуынса, ике адрес буйынса ла ҡоролмаларҙы «Өфөлифт» хеҙмәтләндерә. Ойошма вәкилдәре иһә, вазифабыҙҙы еренә еткереп башҡарабыҙ тип аңлата. Улар фекеренсә, лифттарҙың боҙолоуонда фатир хужалары үҙҙәре ғәйепле.
Анатолий Козлов, «Өфөлифт» ойошмаһы етәксеһе урынбаҫары: «Беҙ көн дә лифттарҙың торошон тикшереп торабыҙ, ай һайын ремонтлайбыҙ. Авария булған осраҡта бригадаларыбыҙ тиҙ арала килеп етә. Тик ҡыҙғанысҡа, кешеләр үҙҙәре лифттар менән һаҡһыҙ ҡылана».
Әлбиттә,  ниндәйҙер кимәлдә был да дөрөҫ. Шулай ҙа йортто быға тиклем хеҙмәтләндереүсе «Көньяҡ Урал лифт» ойошмаһы эшен халыҡ күберәк оҡшатҡан. Тик  лифттарҙы хеҙмәтләндереү башҡа ойошмаға күскән. Йортта йәшәүселәр иһә беҙҙән рөхсәт һораусы булманы тип аңлата.
Виктор Саваненко, парк 2/3 йорто советы рәйесе: «Мин ни өсөн лифт хеҙмәтләндереүсе ойошманы алмаштырҙылар тигән һорау менән торлаҡ хужалығы идаралығына барҙым. Улар миңә  ҡарарҙы директорҙар советы менән бергә ҡабул иттек тип аңлатты. «Көньяҡ Урал лифт» ойошмаһында әйтеүҙәренсә, уларға ҡаббаттан килешеү төҙөргә тәҡдим итеүсе булмаған».
Өфөнөң Октябрь районының торлаҡ хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары Альберт Исхаҡов та мәсьәлә менән таныш булыуын белдерҙе. Халыҡтың зарланыуын иҫәпкә алып, улар «Өфөлифт»ты икенсе ойошмаға алмаштырыу тураһында уйлай. Ә бына ни өсөн идаралыҡ быға тиклем шелтәһеҙ эшләп килгән «Көньяҡ Урал лифт»ты йорттан ситләткәне һорау булып ҡала.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика