Күмертау Украина ҡасаҡтары өсөн 140 урын бүлергә әҙер

Күмертау Украина ҡасаҡтары өсөн 140 урын бүлергә әҙер 30.07.2014

Был турала мәжбүри күскенселәрҙе урынлаштырыу буйынса штаб ултырышында билдәләнде. Кәңәшмәлә ҡасаҡтарҙың көнкүрешен тәьмин итеү, туҡланыуҙы ойоштороу һәм эш урындары бүлеү мәсьәләһе ҡаралды. Күмертауҙа әле урындағы авиация етештереү берекмәһенең профилакторийы, Күмертау ҡунаҡханаһы һәм дөйөм ятаҡтарҙың береһендә урындар бүленгән. Мәктәп-ара йәмәғәт туҡланыу комбинаты һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың береһе ҡасаҡтарҙы йылы аш менән тәьмин итеүҙе ойоштора.

Бынан тыш эш биреүселәрҙән рәсми рәүештә 35 буш вакансия тураһында ғариза ҡабул ителгән. Мәжбүри күскенселәргә гуманитар ярҙам туплау үҙәге эшләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, федераль квотаға ярашлы, Башҡортостан 5 меңгә тиклем ҡасаҡ ҡабул итәсәк. Улар барыһы ла ваҡытлыса торлаҡ менән тәьмин ителәсәк. Республикала ҡасаҡтарға ярҙам итергә теләүселәр ҙә бар. Улар ярҙамға мохтаждарҙы фатирҙарға һәм йорттарына индерә. Бәләкәс Саша ни бары 12 көнлөк кенә. Ольга улы тыуыу менән Луганск өлкәһенән тыныс ергә ҡасырға була. Йорт эргәһендәге ҡурҡыныс шартлау тауыштары артта ҡалды, хәҙер уларҙы телевизорҙан күҙәтәбеҙ, ти ул. Ольга Комарова, ҡасаҡ: «Фатирыбыҙҙы, булған мөлкәтебеҙҙе ҡалдырып сығып китеүе ауыр булһа ла, ҡайҙа бараһың... Тормош иптәшем Луганск өлкәһендә тороп ҡалды. Тағы ла ике балам бар, улар атайым менән Рәсәйҙең икенсе нөктәһендә». Ольга йәш бала менән Өфөгә килә. Ҡыуанысҡа, ҡатындың юлына мәрхәмәтле кешеләр осрай. Әле ул уңайлыҡтары булған фатирҙа йәшәй. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Венер Моратов ике ҡатлы бинаны ҡасаҡтарға бирергә әҙер. Унда йөҙҙән ашыу кеше йәшәй ала. Хужа ятаҡҡа ҡасаҡтарҙы бер йылға бушлай индерергә уйлай. Венер Моратов: «Был ятаҡта йәшәү өсөн бар уңайлыҡтар ҙа бар. Бинаның дөйөм майҙаны 1064 квадрат метр. Электр йылытыу системаһын яңыртып, ремонт яһарға ғына кәрәк». Украина ҡасаҡтарына торлаҡтан тыш, кейем-һалым менән аҙыҡ- түлек тә кәрәк. Шуға ла Өфөлә 8 гуманитар ярҙам пункты эшләй. Уларҙың адресын һеҙ экранда күрәһегеҙ. Халыҡҡа социаль ярҙам хеҙмәтенә көн дә 10-15 ярҙамға мохтаж ҡасаҡ мөрәжәғәт итә. Уларҙың күбеһе йылы яҡтан килгәнгә йәйге кейемдә. Ауыр хәлдә ҡалыусыларға битараф булмаусылар юҡ түгел. Шәхси эшҡыуарҙар, волонтерҙар һәм ҡала халҡы хәйриә акцияһында әүҙем ҡатнаша. Һәр пунктта ярҙамға мохтаждарға мәрхәмәтлек ҡылырға теләүселәр төрлө әйберҙәр ҡалдыра. Бынан тыш, һуғыш майҙанында ҡалыусыларҙы ваҡытлыса торлаҡ менән тәьмин итеүселәр ҙә бар. Ябай халыҡтың тыуған ерендә ҡупҡан низағта ғәйебе юҡ бит.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку