Күмертауҙа Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы коллегияһы үтте

Күмертауҙа Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы коллегияһы үтте 25.07.2016

Ултырыш урыны осраҡлы һайланмаған, сөнки төбәктә инвестициялар йәлеп итеү һәм уларҙы үҙләштереү эше әүҙем  бара. Был фекерҙе коллегияны асып ебәреүсе Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, һәм башҡа ҡатнашыусылар ҙа раҫланы.

Күмертау моноҡалаларҙы үҫтереү фонды менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. 2016 йылдың тәүге яртыһында бында йәлеп ителгән инвестициялар күләме  миллиард һумдан ашҡан, 200-гә яҡын эш урыны булдырылған. Республиканың башҡа төбәктәре лә ошондай һөҙөмтәләргә ынтылырға тейеш, тип билдәләне кәңәшмәлә Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков. Бынан тыш, район һәм ҡалаларға иҡтисади көрсөк эҙемтәләрен кәметеү, теүәл планлаштырыу һәм йәнә инвестициялар йәлеп итеү кеүек көнүҙәк мәсьәләләргә иғтибар йүнәлтергә кәңәш ителде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика