Көмөш ынйылар

Көмөш ынйылар 19.06.2015

Хәйбулла районның Әбүбәкер ауылында әҙәбиәт һәм тыуған яҡты өйрәнеү акцияһы сиктәрендә шағир Ҡадир Әлибаевтың хәтер кисәһе уҙҙы.  

Тамаша  исем ҡушыу йолаһын сәхнәләштереү менән асылды. Ауыл ағинәйҙәре йыйылып йәш әсәне ҡотлай, мулла исем ҡысҡырта. Ҡадир Әлибаевҡа ошо көндәрҙә 75 йәш тулған булыр ине. Кисәгә әҙиптең дуҫтары, яҡындары йыйылған.
Ҡадир Әлибаев мәктәптә уҡыған йыл¬дарында уҡ яҙыша башлай. Башҡорт әҙәбиәтендә күберәк балалар яҙыусыһы булараҡ танылыу яулай. Кисәлә шағирҙың йыйынтыҡтары, гәзит-журналдағы баҫмалары күргәҙмәгә ҡуйылды. Мәктәп уҡыусылары уның ижады менән яҡшы таныш. Улар Ҡадир Әлибаевтың ижад емештәрен яттан белә.
Ҡадир Әлибаевҡа таҡтаташ асыу ауылдаштарҙың күптәнге ниәте. Шағирҙың үҫмер сағы Әбүбәкер ауылында уҙа. Шуға ла хәтер ташы ауылдың мәҙәниәт йортона урынлаштырылды.
Әҙиптең күп кенә ижад емештәре йырға һалынған. Тимәк, улар мәңгелек. Шағирҙың яҡты исемен күңел түрендә һаҡлап, уның ижадын бөгөн хөрмәтләп иҫкә алыу беҙҙең оло бурысыбыҙ, ти  Әбүбәкерҙәр.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика