Күгәрсен районының Мораҡ ауылында мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре спартакиадаһы уҙҙы

Күгәрсен районының Мораҡ ауылында мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре спартакиадаһы уҙҙы 28.02.2015

Йыл башынан башлап мәғариф өлкәһендә эшләүселәр саңғы, еңел атлетика, ҡул көрәше, шахмат буйынса көс һынашты. Сираттағы спартакиадала  улар волейбол һәм йөҙөү спорты буйынса көслөләрҙе асыҡланы. Волейбол ярышы Мораҡ ауылының бер-нисә спорт залында барҙы, бәйгелә  тиҫтәгә яҡын команда ҡатнашты. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Сара сиктәрендә «Еңеү салюты эстафетаһы» ла уҙҙы.  Уны тәүгеләрҙән булып Теләүембәт ауыл биләмәһе ҡабул итте. Саңғысылар «Үлемһеҙ полк» ағзалары - Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына дан бирҙе. Мәктәптә, мәҙәниәт һарайында төрлө күргәҙмәләр, концерт ойошторолдо.  Һуңынан эстафета Түбәнге Бикҡужа ауыл биләмәһенә тапшырылды. Унда шағир Әхмәр Үтәбаев мәктәп һәм ауыл китапханаларына «Ағиҙел»  журналының яңы һандарын бүләк итте. Еңеү, һуғыш, ветерандар тураһында иҫтәлектәрҙе, тарихты берләштереүсе эстафета дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика