Күгәрсен районында беренсе тапҡыр «Балалар баҡсаһының иң яҡшы ашнаҡсыһы» бәйгеһе үтте

Күгәрсен районында беренсе тапҡыр «Балалар баҡсаһының иң яҡшы ашнаҡсыһы» бәйгеһе үтте 05.02.2015

Сараның төп маҡсаты ашнаҡсыларҙың эш тәжрибәләрен арттырыу, квалификацияларын күтәреү һәм ошо һөнәргә йәштәр араһында һөйөү уятыу.

Конкурс шарттары буйынса ашнаҡсылар тәүге турға алдан әҙерләгән тәмлекәстәрен тәмдим итте. Ҙур өҫтәл төрлө аш-һыуҙан һығылып торҙо. Жюри ағзаларына баһа биреү өсөн оҙаҡ ваҡыт талап ителде, сөнки һәр аҙыҡтың үҙ әҙерләү сере, технологияһы бар. Беренсе турҙа еңеп сыҡҡан алты ашнаҡсы ярышты дауам итте, улар егерме минут эсендә бешереп, әҙерләп өлгөргән төрлө аш-һыуын жюри өҫтәленә тәҡдим итте. Әлбиттә бәйге булғас, еңеүсеһеҙ булмай. «Иң яҡшы ашнаҡсы» исеменә «Шишмәкәй» балалар баҡсаһының ашнаҡсыһы Наталья  Александрова лайыҡ булды. Шулай барлыҡ ҡатнашыусылар иҫтәлекле бүләктәр һәм грамоталар менән бүләкләнде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку