Изге Рамаҙан айы тамамланып килә 18.07.2014

Аллаһы Тәғәләнең ҡушҡан фарызы буйынса мосолмандар изге айҙы ураҙа тотоп үткәрә. Ураҙа ашауҙан тыйылыу ғына түгел, уның төп нигеҙҙәре рухи таҙарыныу, тыныслыҡ һөйөү, мәрхәмәтлек, яҡындарҙы хәстәрләү кеүек мәңгелек ҡиммәттәрҙә сағыла. Изге айҙа хәленән килгән һәр мосолман фытыр саҙаҡаһы бирергә бурыслы.

Ихлас мәсете өйлә намаҙына килеүселәр менән тулы. Эш көнө булыуға ҡарамаҫтан, ураҙа тотоусылар мәсеткә килергә ваҡыт тапҡан. Ураҙа тотоусылар араһында Айбулат Аралбаев та бар. Баймаҡ егете өсөнсө Рамаҙан айын ашау-эсеүҙән тыйылып уҙғара.
Ислам диненең биш нигеҙенең береһе - ураҙа. Дин ҡанундарына ярашлы, һәр мосолман һаулығы торошона ҡарап, уны үтәргә бурыслы.  Хроник йә ауыр сирҙәрҙән яфаланыусылар, ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар,  оҙайлы сәфәр ҡылыусыларға ашау тыйылмай. Изге айҙа ҡылған намаҙҙары, теләктәре ҡабул булһын өсөн хәленән килгән һәр мосолман фытыр хәйере бирергә бурыслы. Аҙ хәллеләргә бер кешенән - 40, уртаса хәллеләргә - 150 һәм хәлле кешеләргә 250 һум күләмендә хәйер билдәләнгән.
Рамаҙан айы  Хоҙайға тоғролоҡто һынау,  гонаһтарҙан арыныу, изгелек ҡылыу  осоро. Был айҙа ғәйбәт һөйләү, яман уй-ниәттә булыу, насар ҡылыҡтар  тыйыла. Быйыл Ун бер айҙың солтаны Рамаҙан 27 июлдә тамамлана. Унан ары Ураҙа ғәйете башлана. Өс көн дауам иткән байрамда мул табын әҙерләнә,  яҡындарыңдың, күрше-тирәңдең хәлен белеү, хәйер-саҙаҡа таратыу изге ғәмәл тип һанала.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика