Июндә лә ҡар көтөлә, ә йәйге селлә республикаға кәмендә ике аҙнаға һуңлап киләсәк

Июндә лә ҡар көтөлә, ә йәйге селлә республикаға кәмендә ике аҙнаға һуңлап киләсәк 06.06.2017

Был турала бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалына интервьюһында Рәсәй гидрометеорология үҙәгенең Волга буйы департаменты етәксеһе Владимир Соколов белдерҙе. Әлеге һауа торошон белгестәр норманан тайпылыу тип баһалай.

Өҫтәүенә был күренештең Рәсәйҙә генә  түгел, ә күпселек Европа илдәрендә күҙәтелеүен дә билдәләй. Һауа торошоноң боҙолоуында кешенең тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһо булыуы ла ихтимал тигән фекер бар. Климаттың үҙгәрә барыуы менән ғалимдар ҙа килешә. Шулай итеп яҡын киләсәктә  сентябрь йәй, ә июндең яҙғы ай булыуы бик тә ихтимал. Аҙна аҙағына  синоптиктар һауа температураһының күтәрелеүен фаразлай, ямғырҙар туҡтаясаҡ, ә термометр бағанаһы 20 градустан да түбән төшөргә тейеш түгел. Ә йәйге селлә июль айында көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика