Ислам донъяһында ураҙа ғәйете дауам итә

Ислам донъяһында ураҙа ғәйете дауам итә 29.07.2014

Иглин районының 19 ауыл биләмәһендә лә мосолмандарҙың иң изге байрамдарының береһе билдәләнде. Бөгөн районда барлығы 17 мәсет иҫәпләнә, уларҙың береһе лә буш торманы.

Әмит ауылындағы Хәжиә мәсетенең тарихы 2010 йылға барып тоташа. Иман йорто төҙөлөшөнә бөтә сығымдарҙы ошо уҡ ауылда йәшәүсе халыҡ табибәһе Йәһүҙә Сәлимгәрәева үҙ өҫтөнә алған. Хәҙер мәсет ҡасабаның бер биҙәге. Байрам намаҙына бында Әмит халҡы ғына түгел, Йәһүҙә ханымдың ярҙамы тейгәндәр ҙә йыйылды. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ағинәйҙең көсө ташып тора, мәсетте ул киләсәктә тағы ла яҡшыртырға иҫәп тота.
Ғәйет намаҙында ҡатнашырға теләүсе халыҡ иртән иртүк район мәсеттәренә ағылды. Иман йорттары булмаған ауылдарҙа байрам саралары клуб йәки башҡа биналарҙа үтте. Ниндәй генә шарттар булмаһын, иң мөһиме - кеше йөрәгендә иман нуры йәшәргә тейеш, тип билдәләй дин әһелдәре. Ғәйет намаҙы бөтә ерҙә лә теүәл үтәлде.
Ихатала ла эш ҡайнап торҙо. Бында мосолмандар өсөн байрам ашы өлгөртөлдө. Һыйҙан һуң диндарҙар доға ҡылды, илгә, йортҡа именлек теләп фатиха бирҙе. Шулай уҡ йола буйынса был көндәрҙә бер-береңдән ғәфү үтенеү, ҡунаҡ саҡырыу, зыяратҡа барыу изге ғәмәлдәрҙән һанала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку