Ишле ғаиләләргә – «Әсәлек даны» миҙалы

Ишле ғаиләләргә – «Әсәлек даны» миҙалы 03.09.2015

Бөгөн  күп бала тәрбиәләүсе 6 тиҫтәнән ашыу  әсәгә  дәүләт наградалары тапшырылды.  Был миҙал Республикала 1998-се йылдан алып тапшырылып килә, ошо осорҙа уға   биш һәм унан да күберәк балаға ғүмер бүләк иткән 6 меңдән ашыу гүзәл зат лайыҡ булды.   Был бүләкләү тантанаһы  башҡалаларҙан  йылылыҡ һәм нурға сорналыуы менән айырылып тора.  Бөгөнгө сара ла  ошо традицияға тоғро ҡалды. Әсәләрҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов тәбрикләне.  

Шаран районында  Мурзашевтар ғаиләһендә балалар бәләкәй саҡтан эшкә өйрәнеп үҫә,  ишле ғаиләлә һәр кемдең үҙ шөғөлө. Мәҫәлән ,өлкәндәр  дәрестә, эштә саҡта,  йорт ҡуяндарын ҡарау бурысы бәләкәй  Андрейға төшә, малай шешҡолаҡтаҙы бик яратып тәрбиәләй. Ғаиләнең баҡсаһы ла ҙур, бында ҡышҡыллыҡҡа етерлек йәшелсә-емеш үҫтереп алына. Балаллар уҡыуҙа ла һынатмай, күп бала табыуҙан ҡурҡырға ярамай,  сабыйҙар үҙ ризығы менән тыуа ти, Ирина ханым.  
Бөгөн Ирина Мурзашева бүләкләнеүселәр араһында.   Гүзәл заттар барыһы ла бер аҙ тулҡынлана. Әммә  улар ғына түгел икән.  Бүләкләү тантаналары күп булһа ла  иң тулҡынландырғысы   әсәләрҙе  тәбрикләү, сөнки һеҙ ғүмер бүләк итеүселәр, балаларығыҙҙың изгелеген күрергә яҙһын, тине Салауат Сәғитов.    
Бүләкләнеүселәр араһында төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар бар, иң йәштәре яңы ғына өс тиҫтәһен ваҡлаған булһа, өләсәй булырға өлгөрөүсөләр ҙә юҡ түгел.  Ейәнсура районынан Гөлнара Тимербулатоваға иһә  күптәр көнләшерлек,  акушер  булып эшләгән ханым  йөҙҙәрсә сабыйҙы  яҡты донъяға ҡабул иткән, үҙе лә 4 балаға ғүмер биргән. Тап ошо һөнәре Гөлнара Ғәйнулла ҡыҙын  әсәләре ташлап киткән кескәйҙәрҙе үҙ ҡанаты аҫтына һыйындырырға ла этәрә, хәҙер уларҙың ғаиләһендә бөтәһе 9 бала.
Бүләкләнеүселәр араһында  хужабикәләр генә түгел эшләп йөрөүсе  гүзәл заттар ҙа күп,  был ҡатын-ҡыҙҙар   үҙ һөнәренең оҫтаһы булырға ла, бала тәрбиәләргә лә өлгөрә. Мәҫәлән,  Бөрйән районынан  биш ҡыҙға ғүмер бүләк иткән Зөлфирә Йосопова уҡытыусы,  балаларым өйҙә әсәй, мәктәптә апай тип өнәдәшә, ти ул. Бүләкләү тантанаһы тамам,  күп бала тәрбиәләгән әсәләр бер көнгә донъя мәшәҡәттәренән арынып   ял итте, фотоға төштө,  аралашты.  Әммә  уларҙың тиҙерәк өйҙәренә ашыҡыныуҙары  асыҡ күренә.  Был ҡатын-ҡыҙҙарҙы  йорттарында   һағынып көтөп тороусы балалары бар.
Ожмах әсәйҙәрҙең  аяҡ аҫтында тиҙәр. Халҡыбыҙҙың был боронғо мәҡәләнә оло мәғәнә һалынған. Беҙгә  ғүмер  бүләк иткән әсәйҙәрҙе хөрмәт итергә кәрәклеге лә, баллар өсөн әсәйҙәр янында үткән йылдарҙың иң бәхетле һәм шатлыҡлы булыуы ла. Әммә мәҡәлдең төп асылы шуға ҡайтып ҡала - был донъяла ғаиләнән дә йылыраҡ, яҡыныраҡ урын, әсәйҙәрҙән  дә ғәзизерәк  кеше юҡ.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку