Ишембай районында Ҡыш бабай тирмәһе төҙөлә башланы

Ишембай районында Ҡыш бабай тирмәһе төҙөлә башланы 12.12.2015

Торатау итәгенә бының өсөн кәрәк буласаҡ боҙ һәм башҡа материалдар килтерелгән дә инде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Яңы йыл байрамының төп символы булып торған Ҡыш бабай резиденцияһын үҙендә урынлаштырыу хоҡуғына республиканың 10 районы дәғүә итте.

Тауыш биреп, климатик һәм башҡа шарттарҙы иҫәпкә алғандан һуң объектты шихандар янында урынлаштырырға ҡарар ителә. Хәҙер бында ысын боҙ ҡаласығы ҡалҡып сығасаҡ. Ҡыш бабай резиденцияһында лабиринт, каток, сана һәм конькиҙар прокаты, ашхана буласаҡ. Бөтә объекттар ҙа милли орнамент менән биҙәлеп, берҙәм стилдә башҡарыласаҡ. Ҡыш баб ай тирмәһе 25 декабрҙә асыла, ул төбәккә туристар йәлеп итергә ярҙам итәсәк.
Мансур Ҡунаҡов, Ишембай районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары: «Ҡыш бабай тирмәһе ҡунаҡтары өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырыу ҡаралған. Бынан тыш, унда рәхәтләнеп күңел асырға ла мөмкин буласаҡ. Ҡунаҡтар өсөн театрлаштырылған тамашалар ойоштороу күҙаллана».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку