Ишембай ҡалаһына бөгөн 75 йәш

Ишембай ҡалаһына бөгөн 75 йәш 10.02.2015

Шулай уҡ Юрматы  ырыуы  башҡорто Ишембай Аҡбирҙиндың  ҡара алтынға бай ошо ерлеккә килеп төпләнеүенә 200 йыл тула. Тарихи дата менән төбәк халҡын Республика башлығы тәбрикләне. Рөстәм Хәмитов Ишембайҙа   шулай уҡ сәнәғәт предприятиеларында, Волга буйы федераль округының башҡорт кадет корпусында төҙөлөш барышын тикшерҙе.  

Башҡорт нефтенә нигеҙ һалған, «Икенсе Баҡы» тип йөрөтөлгән Ишембай ҡала статусын тап 75 йыл элек, 1940-сы йылдың 10 февралендә ала. Бөгөн иһә ул 66 меңдән ашыу халыҡ йәшәгән төҙөк һәм матур ҡала.  Хәҙер Ишембайҙа ҡара алтын табыу ғына түгел,  еңел сәнәғәт тә, машиналар эшләү тармағы ла үҫеш алған.
Ишембайҙағы яңы сәнәғәт объекттарының береһе -  тутығыуға ҡаршы көрәш алып бара,  цехта металл ҡоролмалар махсус ҡатнашма менән эшкәртелеп яңырып сыға. Бындай предприятиелар Рәсәйҙә дүртәү генә,  шулай ҙа хужалар  заказдар аҙ булыуға зарлана. Рөстәм Хәмитов  әлеге уңайлы мәл менән файҙаланып ҡалырға ҡушты. Ә бына  «Инман» предприятиеһында заказдар менән проблема юҡ. Гидроманипуляторҙар, йөктәрҙе күтәреү, тейәү, ташыу техникаһы  эшләүсе  завод бөгөн  үҙ майҙандарын  киңәйтеү өҫтөндә эшләй.   Ике-өс йыл элек бында 800 кран йыйылһа, былтыр күрһәткес 400-гә артҡан. Әле 9 мең квадрат метрлыҡ яңы цех төҙөлә, ул етештереү ҡеүәтен 2 меңгә еткереү мөмкинлеген бирә.  Инвестициялар күләме 13 миллион евро.
Яңы цехты электр энергияһы менән тәьмин итеү маҡсатында Ишембайҙың көньяҡ биҫтәһендә   подстанция төҙөү башланған. Ул ҡаланың яңы райондарында, социаль объекттарҙы ла хеҙмәтләндерәсәк.  Ишембайҙа   ғәмәлгә ашырыласаҡ инвестиция проекттары, яңы эш урындары хаҡында  тарихи датаға арналған  ултырышта ла һүҙ барҙы. Рөстәм Хәмитов ҡала халҡын юбилей менән тәбрикләп уларға киләсктә лә уңыштар теләне.
Ишембайҙар алдында киләсәктә лә ҙур маҡсаттар тора. Шуларҙың береһе -  кадет корпусы өсөн 320 урынға иҫәпләнгән ятаҡ һәм 5 мең квадрат метрлыҡ физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөү. Был объекттарҙы  яңы уҡыу йылына файҙаланыуға тапшырыу ҡарала. Республика башлығы төҙөлөш барышын тикшергәндән һуң сифатҡа етди иғтибар бирергә  ҡушты. 300-ҙән ашыу  кадет уҡыған белем усағы  ике йыл инде Волга буйы федераль округына ҡарай, төҙөлөштөң яртыһы ғына республика бюджетынан  финанслана. Ә ҡаҙна тулһын өсөн ҡулланыусыларҙың аҡсаһы республикала ҡалыуы мөһим. Бының өсөн үҙебеҙҙә етештерлгән продукцияға иғтибарҙы арттырыу талап ителә. Рөстәм Хәмитов Ишембайҙың сауҙа үҙәктәрендә тикшереп сыҡты. Тик бында ситтән килгән аҙыҡ-түлек өҫтөнлөк итә булып сыҡты. Йомортҡа Төмәндән, йәшелсәләр Кубандан, Тольяттиҙан.
Республика башлығы сауҙа селтәре хужаларына  Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлектте  арттырыу бурысын ҡуйҙы. Рөстәм Хәмитов ҡалала   дарыуханаларға ла инеп  сыҡты, халыҡ менән дә аралашты.  Һүҙ дарыуҙарға, торлаҡ-комуналь хеҙмәттәргә хаҡтар хаҡында барҙы.  
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку