Иртәгә - Бөтә донъя астрологтар көнө

Иртәгә - Бөтә донъя астрологтар көнө 19.03.2016

Халыҡта яҙғы көн мөнән төн тигеҙләшкән ваҡытта бөтә теләктәр ҙә тормошҡа аша тигән инаныу йәшәй. Шуға бәйле, иртәгә профессиональ һәм һәүәҫкәр астрологтар медитация сеанстары үткәрә, махсус ритуалдар башҡара.

Астрология менән ентекле шөғөлләнеүселәр киләсәкте күҙаллай , кешенең булмышын билдәләй, яҙмыш боролоштарын еңел үткәреп ебәрергә кәңәш бирә ала. Әммә улар үҙҙәрен күрәҙәсе тип иҫәпләмәй. Астрологтар мәғлүмәтте күк есемдәре хәрәкәтенә һәм торошона ҡарап билдәләй.
Ирина Винюкова, астролог: «20 мартта  ҡояш экваторҙы үтә. Ошо ваҡыттан яҙ башлана. Был көн йәкшәмбегә тура килһә лә, әллә ҡасан уйлап ҡуйған мөһим үтенестәр менән шылтыратыуҙар эшләргә мөмкин. Йомоштарҙы йомошлау, донъя мәшәҡәттәрен хәл итеү өсөн ҡулай көн».
Әммә тормошта астрологияны фән булараҡ һанға һуҡмаусылар ҙа осрай. Әммә ундай кешеләр күп түгел. Нисек кенә булмаһын, беҙҙең арала  астрологик белемгә таянып эш итеүселәр йылдан-йыл арта.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика