Ғинуар - Өфө лимонарийында экзотик емештәрҙең өлгөргән мәле

Ғинуар - Өфө лимонарийында экзотик емештәрҙең өлгөргән мәле 06.01.2017

Әлеге ваҡытта тәжрибә хужалығы хеҙмәткәрҙәре көньяҡ үҫемлектәрҙең уңышын йыйыу менән мәшғүл.

Мушмулланың емеше көньяҡ илдәрҙә көҙ айҙарында өлгөрһә, ә Өфө лимонарийында ул сәскә генә ата. Уңышты ул тик ғинуарҙа ғына бирә. Әйткәндәй, мушмуллала бер юлы өс емештең тәмен татырға мөмкин.
Хәҙер инде Өфө лимонарийында цитрус емештәрҙән тыш, банан менән папайяға ла ныҡлы иғтибар бүленә. Экзотик үҫемлектәрҙән алынған емештәр ҙә ҡыуанырлыҡ. Яңы ғына ҡырҡылған бер төп карлик банан мәҫәлән, был юлы 23 кило ярым тартҡан.
Айырым ҡарау һәм ҙур хеҙмәт талап иткән эш республикала 90-сы йылдарҙа башлана. Тырышлыҡ һөҙөмтәһе хәҙер күҙҙең яуын алырлыҡ урынға әйләнде. Йылына бында 20 тоннанан да кәм уңыш йыйылмай.
Һиндостан иленең изге ағасы һаналған Будда ҡулы ла теплица шарттарына тиҙ яраҡлаша. Экзотик үҫемлек йыл да емеш биреп ҡыуандыра. Ул лимонға оҡшаған, әммә бармаҡлы. Үҫемлектең атамаһы ла тап ошоға бәйле лә инде.
Өфө лимонарийы туристик үҙәккә әйләнде тиһәң дә хата булмаҫ. Йылына кәм тигәндә 20 меңдән ашыу кешене ҡабул итә ул. Ләкин миҙалдың икенсе яғы ла бар. Лимонарий биләмәһе тирәләй күп ҡатлы йорттарҙың ҡалҡыуы экзотика үҙәген ҙур хафаға һала. Шуға ла Өфө лимонарийы яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика