Интернетта Башҡортостан урмансылары паркында яңы ғына  урынлаштырылған эскәмйәләр ауҙарылған, сүп һауыттары ҡыйратылған тигән хәбәр таралғайны 21.10.2014

Беҙҙең хәбәрселәр уның ысынбарлыҡҡа тап килеү-килмәүен тикшерҙе.


Бер нисә ай элек кенә яңы төҫ алған Өфө уртаһындағы хозур тәбиғәт мөйөшөндә тәртипһеҙлек ҡылыу эҙҙәре юҡ. Парк төҙөкләндерелгән килеш, бөтә нәмә үҙ урынында. Әле футбол майҙансығы төҙөлөшө тамамланыу алдында. Паркты Өфө урман хужалығы техникумы хеҙмәткәрҙәре һәм студенттары ҡарай. Аҙна һайын тиерлек улар шәмбе өмәләре үткәрә.

Инна Марковникова, Өфө урман хужалығы техникумы директоры урынбаҫары: «Беҙ бында эштән буш ваҡытта төркөмдәр менән сығып сүп-сарҙы йыйыштырабыҙ. Экологик акциялар үткәребеҙ. Ә парк аяуһыҙ кешеләр ҡылығынан зыян күргән тигән хәбәр дөрөҫлөккә тап килмәй. Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын ял итергә саҡырабыҙ, тик һәр кем тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булһын ине. Теләк шул».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика