Инновация үҫеш проблемалары «импортҡа алмаш» тигәндәренән алдараҡ барлыҡҡа килде

Инновация үҫеш проблемалары «импортҡа алмаш» тигәндәренән алдараҡ барлыҡҡа килде 18.03.2015

Белгестәр бында хәҙер яңы яңғыраш күрә. Санкциялар, башҡа төрлө сикләүҙәр ғалимдарға ла ҡағылғас, улар үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашып эшләүгә өҫтөнлөк бирә.

Өфөлә йыл һайын ойошторолоусы халыҡ-ара конференцияға был юлы Мәскәү, Новороссийск, Новосибирск һәм күрше өлкә-республикаларҙан белгестәр килде. Игенселек, йә малсылыҡ буйынса тәжрибә уртаҡлашыу күптән бара. Импортҡа алмаш тигәндәре, ҡиммәтселек заманында техник мәсьәләләрҙе  өлөшләтә булһа ла үҙебеҙҙә хәл итеү кәрәклеген күрһәтте.
Раил Афзалов, Башҡортостандың ауыл хужылығы министры урынбаҫары: «Беҙҙең өсөн был иң актуаль мәсьәлә. Сит ил машиналары ныҡ ҡиммәт. Импортҡа алмаш табыу проблемалары техникаға ла ҡағыла. Ул өҙлөкһөҙ эшләһен өсөн айырым деталдәрҙе булһа ла үҙебеҙҙә эшләргә кәрәк».
Үҙебеҙҙә эшләнгән техника барлығын бар, әммә улар яғыулыҡты  үтә  күп яндыра. Миҫалға ябай  дизель генераторын алыу ҙа етә.
Яйы табылды шикелле. Инженерҙарыбыҙ уйлап сығарған электрон блок яғыулыҡты дизель-генератор цилиндрҙарына кәрәгенсә генә үткәрә. Йылына йөҙҙәрсә литр яғыулыҡ янға ҡала.
Башҡорт дәүләт аграр университетының электр энергияһы һәм уны ҡулланыу кафедраһы яғыулыҡ сығымдарын кәметеү өҫтөндә ентекле эшләй. Үҙ асыштары хаҡындағы мәғлүмәтте улар башҡа өлкә һәм республика ғалимдарына еткерҙе.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика