Иман нуры

Иман нуры 25.09.2014

Бөгөн Нефтекамала мәҙрәсә асылды. Ике ҡатлы бинала ҡаланың дини ҡатын-ҡыҙҙары өсөн уҡыу һәм ғибәҙәт ҡылыу бүлмәләре ойошторолдо. Иман йортон асыу тантанаһында Рәсәй мосолмандары  диниә назараты рәйесе, баш мөфтөйТәлғәт Тажетдин да ҡатнашты

Мәсет һәм мәҙрәсәнең асылыуы - Нефтекама халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә иман нуры. Һуңғы арала йәштәрҙең дингә баҫыуы йыш күҙәтелә. Уларҙы хаҡ исламға йүнәлтеү үтә лә мөһим. Бындай уҡыу йорттары йәштәрҙе яңылыш аҙымдарҙан аралаясаҡ . Юғиһә, сит илдәрҙә белем алып, радикал юлға баҫыусылар ҙа юҡ түгел, тине баш мөфтөй.

Мәҙрәсә 150 шәкерткә иҫәпләнгән һәм ислам тәғлимәттәрен үҙләштереү өсөн бар мөмкинлектәр ҙә ҡаралған. Бынан тыш, никах, исем ҡушыу кеүек дини йолаларҙы башҡарыу өсөн махсус бүлмәләр ҙә булдырылған. Был иһә диндарҙарға алған белемдәрен ғәмәлдә һынап ҡарау мөмкинлеге бирә.

Мәҙрәсәне төҙөүгә 13 миллион һумдан ашыу аҡса киткән. Был күләмде ҡала халҡы хәләл көсө менән йыйған. Урындағы эшҡыуарҙар, предприятиелар ҙа ҙур теләк менән ярҙам иткән. Быға тиклем дингә баҫыусылар мәсеттең бер мөйөшөндә йыйылып дәрестәр алһа, хәҙер улар өсөн бар уңайлыҡтар ҙа ҡаралған.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку