Илештәр данлыҡлы осоусыһын онотмай 25.05.2017

Билдәле летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына быйыл 95 йыл. Иҫтәлекле датаға арналған сараларға геройҙың тыуған яғында әҙерлек саралары йылдам бара. Күптән түгел Муса Ғайса улы исеменә арналған көрәш буйынса турнир уҙғарылһа, уның йорт-музейында яңы күргәҙмәләр әҙерләнә.

Муса Гәрәев Иләкшиҙе ауылында тыуа. Уға ете йәш тулғас ғаилә күрше Ташшишмә ауылына күсенә. Ә 1937 йылда ул ваҡыттағы үҫмер Бишҡурай ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай. Шуға ла бөгөн биләмә ауылдарында йәшәүселәр барыһы ла Муса Ғайса улын ауылдашым тип, ғорурланып әйтә ала. Тап урындағы халыҡ тырышлығы менән Ташшишмәлә йорт-музей булдырылған. Һәр бер фотоһүрәт бында - үҙе бер тарих.
Үҙенең осоусы булыу хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында Энгельс ҡалаһындағы хәрби осоусылар мәктәбенә юллана, ләкин уны тамамларға насип булмай. Хәрби осоусы, Сталинград фронтына ебәрелеп, Тыуған илде немец илбаҫарҙарынан азат итеүҙә батырҙарса көрәшә. 250 тапҡыр осош яһап, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
Һуғыштан һуң полковник Муса Ғайса улы авиация полкын етәкләй. Отставкаға киткәс, мәҡәләләр яҙып, китаптар сығара. Әйткәндәй, уларҙың күптәре бөгөн йорт-музейҙа ҡәҙерләп һаҡлана.
Музей Муса Гәрәев үҫкән йорт урынында төҙөлгән. Шуға ла бинаның эске төҙөлөшө, биҙәлеше лә тап ул йәшәгән өйҙө күҙ алдына баҫтыра. Әсәһенең күлдәге иң түрҙә эленгән. Өҫтәл япмалары, һандыҡҡа төшөрөлгән орнаменттар әйберҙәрҙең тарихи ҡомартҡы булыуын күрһәтә.
Шуға ла һәр яҙ һайын, алмағастар сәскә атҡанда  уҡыусылар, геройҙың тормош юлы менән ҡыҙыҡһыныусылар йорт-музейға экскурсияға килә, ти хеҙмәткәрҙәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика