Илдең тарихи үткәнен йөрәгендә йөрөтөүсе аҡһаҡал менән ил инәһе

Илдең тарихи үткәнен йөрәгендә йөрөтөүсе аҡһаҡал менән ил инәһе 24.04.2015

Әбйәлил районының Дәүләт ауылында йәшәүсе Мөниә Борханова һәм ошо уҡ төбәктең Хәмит ауылында ғүмер кисереүсе Әхмәт Хәлфетдинов  100 йәшлек юбилейҙарын билдәләне.

Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, Бөйөк Ватан һуғышына Әбйәлил районынан алты меңдән ашыу кеше фронтҡа алына. Яу яланынан тик яртыһынан күбеһе генә тыуған әйләнеп ҡайта. Әлеге ваҡытта төбәктә 20 һуғыш һәм 332 тыл ветераны иҫән. Күптән түгел уларҙың икәүһе 100 йәшлек ғүмер байрамын билдәләне.
100 йәшен билдәләгән Мөниә Борханова өсөн иң мөһиме ғәзиздәренең һаулығы.  Бөйөк Ватан һуғышы осоронда балаларын тәрбиәләп тә, тылда фиҙаҡәрлек күрһәтеп тә өлгөрә. Көндө төнгә ялғап ул сабыйҙарын туйындырыр өсөн тырыша. Ҡырҙыҡ тартыуҙа, көлтә бәйләүҙә, ат һарайында тиҙәк һуғыуҙа ла ҡатнаша. Уны утын итеп күбәләй өйөп ҡуя торғайныҡ, тип хәтерләй ул.
Мөниә Борхановаға гөлләмә, бүләк, ҡотлау сәләмдәре тынмай. Ун биш бала табып, туғыҙын аяҡҡа баҫтырған Герой-Әсә ул. Ҡыҙғанысҡа, әлеге ваҡытта Мөниә Борханованың тик кинйә ҡыҙы ғына иҫән. Тормош ниндәй генә һынауҙар биреүенә ҡарамаҫтан, әсәйем көслө рухлы булды, ҡыҫҡаһы, таң ҡалырлыҡ кеше, ти ҡыҙы.
Ә Хәмит ауылында йәшәүсе Әхмәт Хәлфетдинова өс һуғыш шаһиты. Тәүге хәрби бәрелеште ул 1939 йылда совет-фин һуғышында татый, 1940-сы йылда Бессарибияны азат итеү операцияһында ҡатнаша. Һуғыш ғәрәсәтендә сынығыу алған Әхмәт Хәлфетдинов йәнә яу яланына ебәрелә. Ул  элемтәселәрҙең беренсе Балтик фронтында 354-се уҡсылар полкында телеграфсы була. Смоленск, Киев, Воронеж, Брянск, Харьков ҡалаларын, Курск дуғаһын фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Ике тапҡыр яралана, аҙаҡ йәнә яуға китә. Әммә өсөнсө тапҡыр 1944 йылда Минск эргәһендәге алышта ҡаты яраланып, госпиталдә оҙаҡ ятҡандан һуң, тыуған ауылына ҡайта. Ул яраланған ваҡытты йыш иҫенә төшөрә.
Әхмәт Хәлфетдинов тормош иптәше Хәкимә Уйылдан ҡыҙы үҙҙәренең ете балаһы өҫтөнә һуғышта һәләк булған ағаһының ике балаһын тәрбиәләп үҫтергән. Әлеге ваҡытта ветеран кесе ҡыҙының ҡулында донъя көтә. Әхмәт Хәлфетдинов ҡолағы ишетмәһә лә әле лә теремек, зиһене яҡшы, хужалыҡ эштәрендә лә ярҙамлашырға тырыша. Яҡындарына тоғро кәңәшсе.
Әбйәлил районында йәшәүсе йөҙ йәшлек юбилярҙар хөрмәтле шәхестәр. Уларҙың йөрәге аша аяныслы һуғыш йылдары, юғалтыуҙар үткән. Нимәһе һоҡланғыс, Мөниә Борханованың 97 йәшкә тиклем бәйләм бәйләүе, Хәмит Хәлфетдинов 95 йәшкәсә атта һыбай йөрөүе хайран итә. Оло быуын вәкилдәренең данлы үткәне оло тарих һаҡлай.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку