Илдәге иҡтисади көрсөк хәстәрле йүнселдәр өсөн бер ни түгел

Илдәге иҡтисади көрсөк хәстәрле йүнселдәр өсөн бер ни түгел 05.03.2015

Ундайҙар  Баймаҡ районында ла табыла. Күптәр эш юҡ тип зарланған заманда улар яңы бизнес-проекттар уйлап таба һәм бойомға ашыра. Шундайҙар рәтенә Төркмән ауылынан йәш ғаилә - Бүләкәновтарҙы ла индерергә була. Улар ауыл ере өсөн ғәҙәти булмаған шәхси эш-һатыуға сәскәләр үҫтереү менән шөғөләнә башлай. Яңы эш башлауҙарына ҡарамаҫтан, йүнселдәрҙең хеҙмәт емеше- күҙҙең яуын алырлыҡ гөлдәр яҙҙың тәүге көндәрендә үк күңелде һөйөндөрә.

Сәскәләр үҫтереү менән шөғөләнергә Зәлиә һәм Илдар Бүләкәновтар донъя селтәрендәге эҙләнеүҙәрҙән һуң ҡарар итә. Әлбиттә, ҙур теләк һәм тырышлыҡ, сәскәләргә һөйөү ҙә йүнәлеште һайларға этәргес бирә. Ҙур булмаған бүлмәне яраҡлаштырып, улар тәүге сәскәләр-тюльпандар ултырта. Йәштәрҙең тырышлығы бушҡа китмәй- яҙғы байрамға меңдәрсә сағыу гөлдәр һатыуға әҙерләнә.
Сәскәләр үҫтереү ‐ ҡарап тороуға ғына еңел тойола. Ысынында иһә, нәфис гөлдәрҙе тәрбиәләү бик күп белем һәм даими иғтибар талап итә. Әҙер гөләмәләрҙе эшҡыуарҙар ҡараңғы һалҡын бүлмәлә һаҡлай. Быйыл дүрт төр тюльпандар  ултыртылған. Сәскәләрҙе яҡындағы Сибай һәм Баймаҡ ҡалаларында теләп һатып алалар, шулай уҡ интернет селтәре аша ла һатыу итәләр.
Бүләкәновтар муниципаль программала ҡатнашып бизнес үҫтереүгә  ярҙам ала. Тиҙҙән улар ошо урында ике теплица булдырмаҡсы. Бизнес даими табыш бирһен өсөн ҡала һәм ауылдарҙы йәшеләндереү материалдары ла әҙерләйәсәктәр. Был маҡсатта улар киң таралған сәскә сорттарын ултыртҡан да инде. Бүләкәновтар шулай уҡ йәшелсәлек йүнәлешендә лә бизнесты йәйелдереү юлдарын барлай.     Мәрйәм Байрамғолова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку