Ил хөкүмәте сит ил граждандарына Рәсәйҙә йәшәргә рөхсәт итеүсе квоталарҙы арттырыға тигән ҡарар сығарған 23.07.2014

Был аҙым Украинала дауам иткән хәлгә бәйле. Башҡортостанда иһә хәҙер 3 мең ете йөҙ мигрант ҡабул итә ала, Волга буйы федераль округында Республика икенсе урында килә.

Әле Башҡортостанға 150-гә яҡын Украина гражданы һыйынған. Улар  ваҡытлыса урынлашыу пункттарында туҡталған. Ҡасаҡтарҙың күбеһе эш эҙләй. Уларға республиканың төрлө ойошма вәкилдәре вакансиялар тәҡдим итә. Эшҡыуарҙар Рәсәйгә һыйыныусыларға шулай уҡ йәшәү урыны мәсьәләһен дә хәл итергә ярҙамлаша.
Дилара Гәрәева, 2-се ваҡытлыса урынлашыу пункты етәксеһе урынбаҫары: «Эш тәҡдим итеүсе эшҡыуарҙар, ойошма вәкилдәре беҙҙең пунтҡа көн дә килеп тора, ғәҙәттә улар эш һәм йәшәү урыны ла тәҡдим итә, беҙ бөтә вакансияларҙы ла журналға теркәп барабыҙ. Ҡасаҡтар үҙҙәре лә эшкә урынлышырға теләп тора, ләкин күптәренең бәләкәй балалары бар, уларға ҡулай эш табыу ауырыраҡ  әлбиттә».
Пункттарға ярҙам һорап Рәсәйгә үҙ аллы килгән Украина граждандары ла мөрәжәғәт итә ала, бында уларға тейешле документтар тапшырыла, процедура өс көн ваҡыт талап итә. Улар арһында квалификациялы белгестәр ҙә күп, мәҫәлән табиптар, уҡытыусылар, программистар ҙа осрай. Әлеге көндә улар өсөн эш урыны табыу төп мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика