Икеләтә байрам

Икеләтә байрам 16.05.2015

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Тимерғәли Тайыпов Еңеүҙең 70 йыллығы менән бергә май айында үҙенең 90 йәшлек оло юбилейын да билдәләй. Дәүләкән районының Исмәғил ауылы егете фронттың тәүге көнөнән үк үҙен ҡыйыу тота. Белоруссиянан Берлинға тиклем барып етә.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Тимерғәли Тайыпов үҙенең тыуған көнөнә ҡарағанда, 9 майҙы нығыраҡ көтөп ала. Дәүләкән районы егете 18 йәшендә үк тыныслыҡ өсөн көрәшкә баҫа. Еңеү ҡәҙерен яҡшы белә ул. Тоцк һәм Әлкә хәрби лагерҙарында махсус әҙерлек үткәндән һуң, Беренсе  Белоруссия фронтына ебәрелә. Артабан уҡсылар полкы составында Польша, Варшава, Кёнигсберг ерҙәрендәге ҡаты алыштарҙа ҡатнаша. Йәштән үк ҡулға ҡорал алыу егет йөрәгендә уңалмаҫ яра ҡалдыра.
Тимерғәли Тайыпов, Бөйөк  Ватан һуғышы ветераны: «Ҡораллы көрәш, авиация килеп сыға, бомба төшә. Көс етте инде. патрон 5-6-ны бирәләр. Тоҡ менән күтәреп алабыҙ, окоптарҙа атышып ятабыҙ, тегеләр килеп сыға. Улар ҙа һуғыша.. Ҡурҡыныс».
«Еңеү көнөн оҙаҡ көтөргә тура килмәне», - ти 90 йәшкә еткән яугир. Тимерғәли Тайыповтың яу юлдары Берлинда тамалана.  Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул  «Ҡыҙыл Йондоҙ ордены»на лайыҡ була. Һуғыш тамамланғас, Тимерғәли Ғилметдин улы тыуған яғы Дәүләкәнгә ҡайта. Төбәктә ауыл хужалығын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Был тармаҡ буйынса Ҡаҙағстанда ла оҙаҡ йылдар эшләй, малсылыҡ менән шөғөлләнә.  
Рим Солтанбәков, Тимерғәли Тайыповтың туғаны: «Осрашҡан ваҡытта беҙ үткән ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрәбеҙ, ул бик һөйләргә ярата. Яу яланын һөйләй. Бирешмәй. Бөгөн гимнастика яһай, йәштәр кеүек инде. Тормошто ныҡ ярата!»
Тайыповтарҙың ғаиләһендә йөҙйәшәрҙәр күп. Тимерғәли Ғилметдин улы ла сәләмәт тормош алып бара. 90 йәшлек ветерандың тағы ла бер нисә юбилейын ҡаршыларға иҫәбе бар. Бының өсөн ул көн һайын иртәнге алтыла уянып, төрлө күнекмәләр эшләүҙе ғәҙәтенә индергән, дөрөҫ туҡланыуға ла иғтибар итә.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку