Иглиндағы сүплек бәләһе 02.06.2016

Сүплектән тау өйөмө хасил булған. Беҙҙең редакцияның вацап хәбәрләшеү һандарына  Иглин районы Келәш ауылында йәшәүселәрҙән  тиҫтәләгән видеояҙма килде. Кешеләр ауылдарына илтеүсе юлда сүп тауҙары хасил булыуына зарлана. Тиҫтә йылдар дауамында улар ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәһен, хәл үҙгәрмәй.  

Улар артабан да шымып ҡалырға теләмәй. Келәш ауылынан биш саҡрым алыҫлыҡта ятҡан рөхсәтһеҙ сүплек халыҡҡа тынғылыҡ бирмәй.Сүплектән килеүсе ауыр еҫ һәм төтөн ел ыңғайына улар йәшәгән яҡҡа йүнәлә.
Насар яҡтан даны сыҡҡан сүплек арҡаһында ауыл халҡын  такси хеҙмәте лә  хеҙмәтләндерергә ашҡынып тормай. Сүп-сар һәм төтөн эсенән йөрөүсе таксистар юл өсөн икеләтә хаҡ ала. Эргәлә аҡҡан Өфө йылғаһына һәм баҡсалағы йәшелсәләргә лә  зыяны ҙур тиҙәр, бында йәшәүселәр.
Келәш ауылынан өҫтәрәк урынлашҡан ергә сүп-сар тейәгән машиналар ағымы кәмемәй. Көнөнә тиҫтәләп машина эргә -тирәләге райондарҙан сүп ташый. Район үҙәгендә йәшәүселәрҙең дә тирә-яҡ мөхиткә насар ҡарашы аптырата. Ни өсөн кешеләр үҙҙәре үк төйәк иткән ерҙе бысрата? Еңел автомашиналарҙан ҡара тоҡсайҙарҙан аҙым һайын  сүп-сар  ырғытыла. Ҡалдыҡтарҙы ойошмалар ҙа сығара.
Сүп өйөмдәре көндән-көн арта. Улар йыш ҡына төтәп янып та китә. Был проблема Иглинда бер бөгөн генә килеп тыумаған. Иглин ауыл советында ҙур өйөмдәр хасил булыуына сүп полигонына юлдың боҙолоуы сәбәпсе, тиҙәр. Депутаттар иһә Иглиндә сүплек проблемаһы тиҙҙән хәл ителәсәк, тип вәғәҙәләй.
Айнур Шәйхетдинов, Иглин ауыл биләмәһе  депутаты: «Иглиндәге  сүп - иң ауыртҡан урындарҙың береһе.Республиканың йылдам үҫеүсе төбәгендә сүплектәр һәр ерҙә тиерлек осрай. Өфөнән һәм башҡа райондарҙан йыл һайын ике меңдән ашыу кеше күсеп килә. Һуңғы алты йыл эсендә генә халыҡ һаны ун мең кешегә артҡан. Ҡапыл артҡан эш күләмен башҡарыу коммуналь хеҙмәттәрҙең хәленән килмәй. Райондан ситтә йәшәүселәр Өфө бюджетына 300 миллион һум самаһы аҡса күсерә. Ә беҙҙең район бюджетына сығымдарға аҡса өҫтәлмәй».
Урындағы хакимиәт яҡын арала был ерҙәрҙә бысраҡ, төтөн һәм насар еҫтәр булмаясаҡ тип вәғәҙәләй. Әлеге ваҡытта махсус полигонға илтеүсе юл төҙөкләндерелә һәм яҡын киләсәктә ҡаты ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү заводы төҙөләсәк, сүплек биләмәләре тирәһендә тәүлек әйләнәһенә һаҡ хеҙмәте ойоштороласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика