Иглин районында төбәктең былтырғы социаль-иҡтисади үҫеш һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһалды

Иглин районында төбәктең былтырғы социаль-иҡтисади үҫеш һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһалды 13.02.2017

Район советы ултырышында хеҙмәт алдынғылары бүләкләнде.

Райондың иң яҡшы комбайнеры Валерий Силантьевтың фиҙәҡәр хеҙмәте 300 мең һумлыҡ сертификат  менән билдәләнде. Республика башлығының тәҡдимен хуплау ниәтендә булдырылған награданы баҫыу уңғаны еңел автомобиль алыуға тотонасаҡ. Ултырышта билдәләнеүенсә, былтыр төбәктә гектар ҡеүәте 22 центнер тәшкил иткән. Малсылыҡ тармағында ла уңыштар һиҙелерлек.  "500 ферма" программаһы ярҙамында  районда 12 ферма төҙөеклөндерелгән, һигеҙ яңы бина төҙөлгән.  Шулай уҡ социаль өлкәлә лә ҡыуанып телгә алырлыҡ  ваҡиғалар күп. Атап әйткәндә,  торлаҡ төҙөлөшө темптары буйынса иглиндар республика субъектары араһында өсөнсө, муниципаль райондар исемлегендә икенсе урынды биләй -  йыл дауамында районда 106 мең квадрат метр майҙанда яңы торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика