Иглин районы Урман ауылы халҡы Яңы йылды яңы мәҙәни усаҡта ҡаршылаясаҡ

Иглин районы Урман ауылы халҡы Яңы йылды яңы мәҙәни усаҡта ҡаршылаясаҡ 26.12.2014

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2011 йылдың 26 майында был ауыл эргәһендә урынлашҡан хәрби келәттәрҙең шартлауы һөҙөмтәһендә  тиҫтәләгән йорт емерелә, шул иҫәптән мәҙәниәт йорто ла зыян күрә. Һәләкәт эҙемтәләрен юҡ итеүгә, ауылды төҙөкләндереүгә республика хөкүмәте, район хакимиәте ҙур көс һалды.

Бер нисә йыл элек булған фажиғәне Урман ауылында тик бер бина ғына хәтерләтә. Ул ҡасандыр хәрби частың клубы булған. Бөгөн ауыл төҙөк,тергеҙеү эштәре күптән тамамланған. Ниһайәт социаль-мәҙәни үҙәк тә асылды. Был шатлыҡлы ваҡиғаны ауыл халҡы ике йыл түҙемһеҙләнеп көткән. Ни тиһәң дә, шартлауҙан һуң төрлө мәҙәни саралар тик мәктәптә үткәрелер булған.
Социаль-мәҙәни үҙәктә халыҡ өсөн бар уңайлыҡтар ҙа булдырыласаҡ. Ауыл хакимиәте, китапхана, тамаша залы, музыкаль кластар - барыһы ла бер бина эсендә. Йыраҡ йөрөргә кәрәкмәй.
Музыкаль кластарҙың бында урынлашыуы - кескәйҙәр өсөн ҙур ҡыуаныс. Быға тиклем дәрестәр балалар баҡсаһында, мәктәптә ойошторолған. Яңы йылдан һуң үҙәктә ололар өсөн дә бушлай түңәрәктәр асыу күҙаллана. Бейеүгә, йогаға йөрөү мөмкинлеге буласаҡ.
Тамаша залы 150 кешегә тәғәйенләнгән. Бөгөн был сәхнәлә балалар тәүге тапҡыр сығыш яһаны. Барыһының да кәйефе күтәренке. Ни тиһәң дә, кескәйҙәрҙе, йәштәрҙе, ололарҙы - ғаиләләрҙе берләштереүсе усаҡ үҙ эшен башланы. Яңы бинала белемде камиллаштырып ҡына түгел, төрлө яҡтан үҫешергә лә буласаҡ.
Урман ауылы халҡының шатлыҡ-ҡыуаныстары бының менән генә сикләнмәй. Киләсәктә элекке мәҙәниәт һарайы урынында ябыҡ һырғалаҡ һәм футбол майҙансығы төҙөү планлаштырылған.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика