Иғтибар, балалар! 22.08.2014

Бөгөн Өфөлә яңы уҡыу йылына әҙерлек сиктәрендә мәктәп автобустары тикшерелде. Баш ҡала райондарына ҡараған 22 транспорт сараһы торошон инспекторҙар ҡәнәғәтләндерерлек тип тапты. Ваҡ етешһеҙлектәрҙе иһә ай аҙағына тиклем бөтөрөү күҙаллана.

Башҡа автобустарҙағы һымаҡ уҡ мәктәп транспортында икешәр аптечка, ут һүндергес булырға тейеш. Бынан тыш, репродуктор ҙа мотлаҡ талап ителә. Күптән түгел бындай автобустарға спутник күҙәтеү системаларын да ҡуя башланылар.

Инде туғыҙ йыл балаларҙы белем усағына йөрөтөүсе Әлфир Әхмәтйәнов автобусын юбилейлы - унынсы миҙгелгә әҙерләй. Инспекторҙар тәү сиратта транспорттың тормоздарын, яҡтыртыу ҡоролмаларын тикшерә. Водителдәр билдәләүенсә, автобустарға талаптар йылдан-йыл ҡәтғиләшә, быны аңлап та була, ти улар. Ваҡытында ҡарап, майлап торһаң автомобиль оҙаҡ хеҙмәт итә.

Әлфир Әхмәтйәнов, мәктәп автобусы водителе: «Яуаплылыҡ ҙур инде, балалар йөрөткәндә күҙ арттан да, алдан да булырға тейеш».

Өфө мәктәптәрен хеҙмәтләндереүсе автобустарҙы тикшереү уҡыу йылы барышында ла ойошторола. Рейстарға сығыусы водителдәргә юғары талаптар ҡуйыла. Мәҫәлән, мәктәп транспорты руле артына автобуста кәмендә бер йыл эшләгән кеше генә ултыра ала. Бынан тыш, транспортҡа ҡуйылған ГЛОНАСС навигация ҡоролмалары водителдәрҙең юл ҡағиҙәләрен боҙоуын да киҫәтә.

Виктор Кудрявцев, ЮХХДИ-ның Өфө буйынса идаралығын транспорттарҙы техник күҙәтеү бүлеге етәксеһе: «Беҙ бөгөн транспорттан тыш, водителдәрҙе лә административ хоҡуҡ боҙоу базалары буйынса тикшерәбеҙ, уларҙан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ҡәтғи рәүештә үтәү талап ителә. Автобустарға килгәндә, тикшереү ваҡытында табылған етешһеҙлектәр бөтөрөлмәһә, транспорт рейсҡа сыға алмай».

Мәктәптәрҙе хеҙмәтләндереүсе автобустарҙың эш ваҡыты 10 йылдан ашырға тейеш түгел. Бөгөн тикшереү үтеүсе транспорттың да күп өлөшө конвейерҙан яңы сыҡҡан. Бындай сараларҙың файҙаһы әйтеп бөткөһөҙ, тип билдәләй инспекторҙар. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда мәктәп автобустары ҡатнашлығында авариялар теркәлмәгән. 


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика