Иғәнә күләме фатир майҙанына ҡарап билдәләнә

Иғәнә күләме фатир майҙанына ҡарап билдәләнә 12.11.2014

«Торлаҡ кодексы»на ярашлы, октябрҙән алты ҡатлы йортта йәшәүселәр һәр квадрат өсөн айына 5 һум 20 тин түләһә, унан да бейегерәк йорттарҙа йәшәүселәр 5 һум 80 тин түләйәсәк. Хәйер, тәүге ай өсөн  таратылған квитанцияларҙа торлаҡ майҙаны хаҡы ике тапҡырға артып килгән.

Капиталь ремонт квитанцияһын ҡулына алған Валентина Хәйернасова аптырауын йәшермәй. Фатирҙың квадрат метр майҙанының хаҡы артыуы хаҡында ханым хәбәрҙар, әммә был түләүгә балкондың да индерелеүен аңлап етмәй.
Капиталь төҙөкләндереү Башҡортостандың төбәк операторы фонды тарафынан алып барыла. Йыл дауамында ойошма төҙөкләндереүгә мохтаж йорттарҙы билдәләй. Ә эште тәү сиратта нимәнән башларға кәрәк икәнлеген халыҡ үҙе хәл итә. Программа сиктәрендә күп ҡатлы йорттарҙың ҡыйығын, фасадын рәтләү, инженер һәм электр селтәрҙәрен яңыртыу ҡаралған. «Торлаҡ кодексы»на индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, һәр милексе иғәнә индерергә бурыслы. Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр тәүге квитанцияларын ҡулына алды ла инде. Түләү документында фатирҙың дөйөм майҙаны, йә иһә балкон, лоджия, веранда ла иҫәпкә алынған. Төбәк операторҙары түләүҙәрҙе торлаҡтың техник паспортына ярашлы  индерергә саҡыра.
Ә инде киләһе айҙан түләнгән хаҡ иҫәпкә алынғас, квитанциялар яңыртылып ҡабаттан таратыласаҡ. Әйткәндәй, Башҡортостандың төбәк операторы күп ҡатлы йорттарҙы төҙөкләндереүен дауам итә. Быйыл программа сиктәрендә республикала 600-гә яҡын бинаны рәткә килтереү ҡаралған. Уларҙың күбеһендә эш теүәлләнгән. Баш ҡалала бөгөн капиталь төҙөкләндереүҙән һуң 5 йорт файҙаланыуға тапшырылған.  
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку