Иҫке торлаҡ урынына яңыһы 16.09.2016

Иглиндә авария хәлендәге һәм иҫкергән торлаҡтан күсереү буйынса программа йылдам тормошҡа ашырыла. Район үҙәгенең  Революция урамында 4 фатир фаҙаланыуға тапшырылды.

Фәриҙә һәм Дамир Ғирфановтарҙың шатлығының сиге юҡ. Улар ҡырҡ йыл буйына йәшәгән торлаҡтары авария хәленә етеп иҫкергән булған. Бөгөндән  улар  майҙаны 48 квадрат метр булған  ике бүлмәле фатир хужаһы. Башҡортостандың торлаҡ фонды был йортто ай ярым эсендә төҙөп биргән.
Йылылыҡ биреү менән ғаилә бөтә уңйлыҡтары булған яңы торлаҡҡа күсенәсәк.Әйткәндәй, был фатиҙар үҙәк һыу үткәргескә тоташтырылған һәм һәм йортта газ менән йылытыусы автомат мейес урынлаштырылған. Был фатирҙағылар йыл әйләнәһенә йылы һыу менән ҡулланасаҡ тигән һүҙ.
Ольга Жирнова, авария хәлендә һәм иҫкергән торлаҡтан күсереү программаһы буйынса фатир алыусы: «Яңы торлағыбыҙға шатбыҙ, матур һәм уңайлы. Ул йылы булыр тип ышанабыҙ. Бында оҙон һәм бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын».
Ольга Жирнованың  31 квадрат метр торлағына ошондай уҡ ҙурлыҡта фатир төҙөлгән. Әлеге ваҡытта хужабикә фатирына яңы йыһаздар алыу менән мәшғүл. Йылытыу миҙгеле башланып йортто зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу менән ул бында улы менән күсәсәк.
Лариса Жук ғаиләһендә лә ҙур ваҡиға. Әлегә улар яңы йортҡа күсенеү өсөн көндәлек йорт кәрәк-яраҡтарын йыя. Стеналар таушалып бөткән, ҡыҫыҡ һәм уңайһыҙ торлаҡтағы тормоштары  ҡурҡыныс төш кеүек тиҙ онотоласаҡ.
Артур Юлдашев, Иглин ҡасабаһы ауыл биләмәһе башлығы: «Иглин ҡасабаһы ауыл биләмәһендә авария хәлендә һәм иҫке торлаҡтан күсереү  буйынса адреслы программаның икенсе этабы тормошҡа ашырылды. Ике күп  фатирлы йорттан һигеҙ ғаилә күсенде.  Был йорттан ғына 4 ғаиләгә фатир асҡыстары тапшырылды».
Быйыл апрель айында торлаҡ коммуналь хужалығын үҙгәртеп ҡороу фонды иҫкергән торлаҡта йәшәүселәрҙе күсереү маҡсатында Башҡортостанға  миллиард ярымдан ашыу  аҡса биреү хаҡында    ғаризаһын ҡәнәғәтләндерҙе.. Өҫтәмә финанслауға төбәккә тағы ла 2,5 миллиард  һум түләнәсәк. Был аҡсаға ете мең кешене авария хәлендәге йорттан яңыһына күсереп буласаҡ. Иглиндә генә адреслы программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә 145 кеше яңы торлаҡҡа күсерелгән. Был эш киләсәктә лә дауам итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика