Газ үткәреү өсөн 770 мең һумлыҡ түләүҙәр

Газ үткәреү өсөн 770 мең һумлыҡ түләүҙәр 20.01.2016

Иглин ауылының Пархоменко урамында йәшәүселәр ун йылға зәңгәр яғыулыҡһыҙ йонсой. Белгестәр яҡындағы газ торбаһына тиклем 290 метрлыҡ  арауыҡты иҫәпләп, был хеҙмәткә ошондай юғары хаҡ ҡуйған.

Ринат Латипов ауыл тормошона күнегеп бөткән. Бер һуғыуҙа утынын да яра, һыуын да ташып өлгөрә. «Ҡул көсөн арттырам», - тип көлә ул. Шулай ҙа егет Иглин ауылы ситендә йәшәгән ҡәйнәһенең йортонда 18 йыл дауамында газдың үткәрелмәүенә асыуын йәшермәй. Ярай, быйылға ҡышты үткәрергә  запас әҙерләнгән. Солан тулы утын. Әммә ҡиммәткә төшә - утыҙ мең һумлыҡ байлыҡ.
Фәрхәнә Моратова хаҡлы ялын күңелле үткәрә. Элеккесә мейескә утын яғыу менән. Хәйер, балалары янында. Юғиһә, ҡатын яңғыҙы ғына бындай йәшәү шарттарын еңеп сыға алмаҫ ине. Яман шеш менән ауырыған ханым яңыраҡ ҡына ҡатмарлы операция кисергән. Өйөнә газ үткәрер ине лә бит, аҡса яғы наҡыҫ. 2014 йылда был хеҙмәт өсөн түләү документтарын алып, ул аптырауҙан башҡа бер ниҙә эшләй алмай.
Газ үткәреү өсөн ҡуйылған юғары хаҡ Моратовтар ғаиләһенә генә ҡағылмай. Пархоменко урамында зәңгәр яғыулыҡҡа тоташмаған тағы ла өс йорт бар. Газсылар бындағы ер участкаһынан яҡындағы газ торбаһына тиклем арауыҡты 290 метр тип иҫәпләп, башҡарыласаҡ эштәргә 770 мең һумлыҡ хаҡ ҡуя. Шулай ҙа йорт хужалары йөҙ метрҙан да кәмерәк арауыҡта  газ үткәреп була тигән ҡарашта. Ул ваҡытта хаҡтар ҙа улай уҡ тешләшмәҫ ине, бәлки.
Шулай ҙа газсылар 770 мең һумлыҡ түләүәҙәрҙе һауанан алмаған. Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, газ торбаһын йорттарға тиклем һуҙыу үҙәктән арауыҡ 200 метрҙан кәмерәк булғанда ғына күпкә арзаныраҡҡа төшә. 20-50 мең һум тирәһе. Ә Пархоменко урамындағы был ер участкаһынан яҡындағы зәңгәр яғыулыҡлы йорттарға тоташыу ғына хәүефле. Был осраҡта урында газға ҡытлыҡ буласаҡ.
Газсылар белдереүенсә, әлеге көндә Иглин районы хакимиәте менән берлектә урында перспективалы газ үткәреү схемаһы төҙөлә. Унда Пархоменко һәм башҡа урамдарҙы ла индереү ҡаралған.
Таһир Күскилдин, «Газпром» газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең үҙәк филиалы директоры: «Проект раҫланып, республика адреслы инвестиция программаһына ингән осраҡта ғына бюджеттан матди ярҙам буласаҡ. Артабан  проект һәм төҙөлөш-монтаж эштәре көтә».
Баш ҡалаға яҡын урынлашҡанға күрәлер ҙә Иглин районы йылдам үҫешкән төбәктәрҙән һанала. Ауылдарҙың киңәйеүе, төҙөлөш эштәренең йәнләнеүе урында йәшәү шарттарының булыуына ҡайтып ҡала.  
Зәңгәр яғыулыҡ Пархоменко урамындағы бер нисә йортҡа ҡасан үткәрелер әлегә билдәһеҙ. Бында йәшәүсе ғаиләләр ҡышты сығыр өсөн утынға көскә аҡса таба. Шулай ҙа бөгөн төпкөл ауылдарҙа ла газдың булыуын иҫәпкә алғанда, район үҙәгендә киҫкен мәсьәлә хәл ителер тигән өмөт бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку